Белем һәм тәрбиә
12 Октября 2019, 06:30

"Башҡорт телен яҡшы белеүем һәр саҡ ярҙам итә"

Халыҡ-ара мөһим сараларҙа тәржемәсе булараҡ ҡатнашҡан Ғафури егете үҙенең эш үҙенсәлектәре тураһында ниҙәр һөйләй?

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Ышаныслы аҙымдар менән ныҡлы баҫып килеп ингән егет: "Һаумыһығыҙ", – тип йылмайып һаулыҡ һорашты. "Минең Рамазан улым. Тәржемәсе булып эшләй", – тип таныштырҙы уның менән әсәһе Ләйсән Табулдина.
Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәгән Ләйсән Ислам ҡыҙы менән Ринат Ғиниәт улы Табулдиндар туғыҙ балаға ғүмер бүләк итеп, һәр береһенә матур тәрбиә бирә.
Улдары Рамазан Красноусол башҡорт гимназияһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда инглиз, немец телдәрен үҙләштерә. Әле ул университетта магистратурала белем алыуын дауам итә. Шул уҡ ваҡытта белгес-тәржемәсе булып эшләп йөрөй. Республика тарафынан уҙғарылған мөһим сараларҙа тәржемәсе булып ҡатнаша. Австрия, Чехия, Германия, Польша, Италия, Словакия, Төркиә илдәрендә уҙған инвестфорумдарҙа килешеүҙәр төҙөгәндә тәржемәсе булараҡ сығыш яһай.

Яңыраҡ уҙған ШОС, БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумында ла ҡатнашыу насип булған.
"Башҡорт телен яҡшы белеүем һәр саҡ ярҙам итә. Айырыуса ошондай халыҡ-ара ҙур сараларҙағы көтөлмәгән хәлдәрҙән ҡотҡарыусан. Мәҫәлән, шундай халыҡ-ара форумдарҙың береһендә күргәҙмә менән таныштырған башҡорт ҡатын русса һөйләп торҙо ла ҡапыл башҡортсаға күсте. Уны тәржемә иткән хеҙмәткәр: "Ниндәй телдә һөйләшә ул?" – тип юғалып ҡалды, мин уларҙы тиҙ генә тынысландырып, башҡортсанан инглиз теленә тәржемә итә башланым", – ти егет.


Рамазан сит илдә булғанда ла телде аңламаған ватандаштарына һәр саҡ ярҙам итә.

“lV класта телдәрҙе яратып өйрәнә башланым. Сит илдәргә йөрөү оҡшай, яңы кешеләр менән танышам, тәжрибә туплайым. Әле испан теле ҡыҙыҡһындыра, киләсәктә Азия илдәре менән танышыу маҡсатын ҡуйғанмын”, – ти Рамазан.
Егет үҙе лә, башҡа туғандары ла төҫкә аҡ булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Баҡтиһәң, атаһының өләсәһе латыш милләтенән булған икән. Олатайҙары уны Бөйөк Ватан һуғышынан һуң алып ҡайтҡан. Шулай таралған Европа халыҡтарыныҡына тартым йөҙлө башҡорт нәҫеле.
Читайте нас