Бөгөн Өфөнөң "Родина" кинотеатрында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Ҡорос" халыҡ театры артистары ҡуйған "Тиле йәшлек" спектакленең видеоверсияһы күрһәтелде.
Тамаша округтың "Театраль Волга буйы" йәмәғәт проектына ярашлы әҙерләнгәйне. Уны ҡарарға А.В. Доставалов исемендәге Башҡортостан кадет корпусында уҡыуҙа һәм спортта юғары уңыштарға өлгәшкән тәрбиәләнеүселәр килде. Улар менән бергә спектаклде Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин да баһаланы. Ул яңы фестивалдең йәштәр күңелендә әхлаҡи-эстетик сифаттар тәрбиәләүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне.
"Әле округта мәктәп уҡыусыларын ватансылыҡ һәм спорт йәһәтенән тәрбиәләүгә, етемдәргә һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән 11 йәмәғәт проекты тормошҡа ашырыла. "Театраль Волга буйы" беҙҙең республика халыҡ театрҙарын үҙенә йәлеп итте. Улар үҙҙәренең кәрәклеген тоя. Беҙ шулай уҡ тамашасыларҙың рәхмәтле йөҙҙәрен дә күрәбеҙ. Уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу бар, был – иң мөһиме", - тине Михаил Закомалдин.
Уҙған аҙнала был артистар театраль марафонға ярашлы Өфө социаль приюты тәрбиәләнеүселәре өсөн тамаша күрһәткәйне, бөгөн кадеттарҙы ҡыуандырҙы. "Тиле йәшлек" менән артистар конкурстың төбәк этабында еңеп сыҡҡайны. Хәҙер студенттарҙың буш ваҡыты юҡ, улар, округтан тыш, республика сараларында ла бик әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, студенттар Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына эш әҙерләй.
"Театраль Волга буйы" фестивале быйыл 27 мартта башланғайны. Проекттың кураторы – Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров. 14 төбәк этабы еңеүселәренең спектаклдәре әле телевидение һәм интернет аша бара. Улар өсөн Волга буйы округында йәшәгән һәр кем тауыш бирә ала. Еңеүсене тап тамашасы асыҡлаясаҡ.