Белем һәм тәрбиә
19 Октября 2019, 07:40

Мәҙрәсәләрҙә инженерҙар әҙерләнә башлармы?

Республика парламенты “Башҡортостан Республикаһында намыҫ һәм дин тотоу азатлығы тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерергә йыйына.

Фото: “Башинформ”.Фото: “Башинформ”.
Фото: “Башинформ”.
Республика парламенты “Башҡортостан Республикаһында намыҫ һәм дин тотоу азатлығы тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерергә йыйына.
Бөгөнгө ҡануниәткә ярашлы, дини уҡыу йорттары фәҡәт руханиҙар әҙерләү программалары буйынса ғына эшләй ала.
“Уларҙың өҫтәмә һөнәри белем биреү мөмкинлеге юҡ, һәм был, башҡа мәғариф учреждениелары менән сағыштырғанда, хоҡуҡтарын кәметә. Һөҙөмтәлә бындай дини уҡыу йорттарын тамамлағандар сит илгә китеп өҫтәмә белем алырға мәжбүр, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Ә былай эшләргә барыһының да хәленән килмәй, сөнки аҡсаға бәйле.
Яңы закон проекты дини белем учреждениеларына, башҡа уҡыу йорттары менән берлектә, өҫтәмә һөнәри белем биреү мөмкинлеге асасаҡ”.
Читайте нас