Белем һәм тәрбиә
19 Октября 2019, 12:45

Рәхмәттәр рәхмәт әйтә

Кемгә? Республика Башлығына!

Динара Сафиуллина фотолары.Динара Сафиуллина фотолары.
Динара Сафиуллина фотолары.
Бынан бер йыл элек республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Әбйәлил районы Рәхмәт ауылында булғайны. Ауыл халҡы менән осрашыу ваҡытында белем усағының күмер менән йылытылғанын белеп, мәғариф учреждениеһына инеп тә сыҡҡайны.
2006 йылда файҙаланыуға тапшырылған ҙур һәм заманса, бар уңайлыҡтары булған мәктәптең быға тиклем күмер менән йылытылғанына ышанырлыҡ та түгел. Райондың иң матур белем усаҡтарының береһе ул. Рәхмәт урта мәктәбендә әле 100-ҙән ашыу бала уҡый, педагогик коллективта 15 уҡытыусы.
Бында шулай уҡ күрше Яйҡар һәм Аһылай ауылдарынан да йөрөп белем алалар. 2013 йылда ауыл халҡының ҙур хыялы тормошҡа ашырылып, мәктәп бинаһында балалар баҡсаһы асыла.
Ауылға 2014 йылда «зәңгәр яғыулыҡ» килһә лә, ни өсөндөр, мәктәп газға тоташтырылмай. Радий Хәбиров Әбйәлилгә эш сәфәре барышында был проблеманы тиҙ арала хәл итергә ҡушты, эш барышын контролгә алды.
Боҙ аҡрынлап урынынан ҡуҙғалды һәм, тейешле документар тупланғандан һуң, быйыл августа Октябрьский ҡалаһының «Тэгмо» яуаплығы сикләнгән йәмғиәте мәктәптең ҡаҙанлығын реконструкциялауға тотондо. Күмер менән яғылған өс ҡаҙанлыҡтың береһен генә ҡалдырып, газ ҡорамалдары ҡуйҙылар. Подрядсы ойошма эште тамамлауға, «Коммунальник» йәмғиәте (Дамир Аллаяров) төп трассанан ҡаҙанлыҡҡа тиклем газ үткәргес һуҙҙы. Был эштәргә бөтәһе 2883210 һум аҡса киткән, саралар «Заманса мәктәп» милли проектының «Ауыл мәктәптәренә газ үткәреү» йүнәлешендә бүленгән.
Ошо көндәрҙә, ниһайәт, Рәхмәт мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды. Ауыл халҡының, коллективтың, уҡыусыларҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Батыр Илһамов, Байым ауыл биләмәһе башлығы Йәлил Зәйтүнов, газ һәм подрядсы ойошма вәкилдәре килде. Газ үткәреүселәр ҡорамалдарҙы тағы бер ҡабат тикшереп, ҡаҙанлыҡты тоҡандырҙы.
“Бөгөндән Рәхмәт мәктәбе йылы буласаҡ. Уҡыусыларға белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуға ярҙам иткән, эште ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарған газ хеҙмәте эшселәренә, подрядсыларға рәхмәтемде еткерәм, – тине Батыр Харис улы һәм «Тэгмо» йәмғиәтенең баш инженеры Марсель Фәйрушинға, инженер Илнур Шәймәрҙәновҡа район хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
“Беҙҙең белем усағы өсөн ҙур ваҡиға: ниһайәт, газ үтә. Рәхмәт мәктәбе районда күмер яғып йылытылған һуңғы мәғариф учреждениеһы ине. Ике ҡатлы бинаны йылытыу өсөн йылына 200 тонна күмер китте, аҡсаға әйләндергәндә, 800 мең һум тирәһе. Хәҙер беҙ был мәшәҡәтле һәм сығымлы күмер яғыуҙан уңайлы газ менән йылытыуға күсәбеҙ”, – тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Рәхмәт мәктәбе директоры Зөһрә Әхмәҙиева.
Хәҙер райондың бөтә белем биреү усаҡтарында ла уҡыусылар йылы, яҡты бүлмәләрҙә белем ала. Рәхмәт халҡы республика Башлығына оло рәхмәтен белдерә.
Читайте нас