Белем һәм тәрбиә
21 Октября 2019, 09:26

Халыҡ-ара салонға рәхим итегеҙ!

Былтыр бындай халыҡ-ара сарала 12 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, быйыл унан да күберәкте көтәләр.

ufa.bezformata.comufa.bezformata.com
ufa.bezformata.com
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә мәғариф тармағы тураһында ла һөйләшеү булды. Билдәле булыуынса, Өфөлә "ВДНХ-Экспо" күргәҙмәләр комплексында 6 ноябрҙән 11 ноябргә хәтлем Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны эшләйәсәк.
Унда күргәҙмәләр юғары белем, урта һөнәри белем, мәктәпкәсә белем, өҫтәмә белем, матди-техник тәьмин ителеш, уҡыу әсбаптары һәм әҙәбиәт, it-технологиялар кеүек темаларға бүленәсәк. Бынан тыш, эш программаһы тематик йүнәлештәрҙе (мәктәпкәсә белем, дөйөм белем, урта һөнәри белем, юғары белем, өҫтәмә белем, инклюзив белем, өҙлөкһөҙ белем) үҙ эсенә ала.
Башҡортостан мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, һәр көн төрлө сараларға бағышланған, тығыҙ эш графигы төҙөлгән, тип белдерҙе.
Былтыр бындай халыҡ-ара сарала 12 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, быйыл унан да күберәкте көтәләр.
Читайте нас