Белем һәм тәрбиә
24 Октября 2019, 15:29

Артабан да бергә булайыҡ, бәләбәйҙәр!

Бында “Башҡортостан” һәр уҡытыусының өҫтәл баҫмаһына әйләнгән.

Беҙ, "Башҡортостан" гәзите хәбәрселәре, белем усаҡтарына осрашыуҙарға йыш йөрөйбөҙ. Бөгөн дә Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатында педагогтар, тәрбиәселәр һәм уҡыусылар янында булып, аралашып ҡайттыҡ.


“Беҙҙә һәр бала башҡорт телен камил белһен өсөн педагогтар бөтөн көсөн һала, – ти мәғариф учреждениеһы директоры Дилбәр Фәтхетдинова. – Был маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа милли матбуғат төп ярҙамсыбыҙ булып тора. "Башҡортостан" гәзите һәр уҡытыусының өҫтәл баҫмаһына әйләнгән”.
Ҡәләмдәшебеҙ, яҙыусы Венер Исхаҡов педагогтарға, тәрбиәселәргә – эшендә, балаларға уҡыуында уңыштар теләп, үҙенең "Өй эйәһе" тигән китабын бүләк итте. Хеҙмәттәшебеҙ Гөлсирә Сәхиева иһә баҫмалағы үҙгәрештәр тураһында һөйләне, гәзиткә яҙылырға саҡырҙы.
Читайте нас