Белем һәм тәрбиә
24 Октября 2019, 12:12

Барлығы ике мең бала ҡатнашты

Салауат районы мәктәптәре лә әһәмиәтле саранан ситтә ҡалманы.

Фото: Салауат районы хакимиәтенән.Фото: Салауат районы хакимиәтенән.
Фото: Салауат районы хакимиәтенән.
4 ноябрҙә илебеҙ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итә. Ул 2005 йылдан Рәсәйҙә ял көнө булып иҫәпләнә.


1612 йылдың 4 ноябрендә халыҡ Түбәнге Новгород сауҙагәре Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский етәкселегендә Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат итә. Был иҫтәлекле ваҡиға Рәсәй тарихында ауыр ваҡыттарҙың тамамланыуы, берҙәмлектең еңеүе менән бәйле.


Башҡортостан халҡы был еңел булмаған осорҙа Рәсәй дәүләтенә тоғро булып ҡала һәм интервенттарға ҡаршы көрәштә ҡатнаша.


Халыҡтар берҙәмлеге көнөн ҡаршылап, бөгөн Салауат районы мәктәптәрендә лә асыҡ класс сәғәттәре үтә. Уҡытыусылар дәрестә балаларға тарихи ваҡиғалар хаҡында һөйләп, патриотлыҡ, Ватаныбыҙға хөрмәт тойғоһо уята, берҙәмлектең һәм тоғролоҡтоң мөһимлеген аңлата. Районда үткән асыҡ дәрестәрҙә барлығы ике мең бала ҡатнашты.
Читайте нас