Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы бөгөн Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә лә асыҡ дәрестәр үтте. Бындай мөһим саранан йәш ишембайҙар ҙа ситтә ҡалманы.
Ишембай ҡалаһы һәм районының мәғариф идаралығы методисы Алһыу Мәҡсүтова белдереүенсә, асыҡ дәрестәр райондың 33 мәктәбендә лә ойошторолған. Уларҙа барлығы 10 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан.
– Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған асыҡ дәрестәр бөтә кластарҙа ла үтте. Балаларға байрам тураһында һөйләнеләр, уның тарихын аңлаттылар, дуҫлыҡтың әһәмиәте тураһында фекер алыштылар. Тик бының менән генә был байрамға арналған саралар тамамланмай әле, – тине ул.
3 һәм 4 ноябрҙә ҡала һәм район мәктәптәрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап төрлө флешмобтар ҙа үтәсәк икән. Мәҫәлән, ҡайҙалыр Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар бейеүҙәре күрһәтеләсәк, икенсе ерҙә төрлө телдәрҙә йырҙар йырланасаҡ. Бер үк шиғырҙы бер нисә телдә һөйләй белгәндәр ҙә үҙ оҫталығын күрһәтәсәк. Бынан тыш, Башҡортостан һәм Рәсәй флагы төҫтәрендә флагтар менән карта формаһында йыйылып, видеоға төшөрөү ҙә буласаҡ.