Белем һәм тәрбиә
27 Октября 2019, 20:02

Йөҙө йыуғыстай, үҙе...

“Һөйөклөләрем, һеҙ ҡасан да булһа көйрәтеүегеҙҙе ташлаһағыҙ ҙа, һуң булыр, сөнки йөҙөгөҙ йыуғыстай, үҙегеҙ ҡарсыҡтай булырһығыҙ”.

Фото: 35photo.proФото: 35photo.pro
Фото: 35photo.pro
“Һөйөклөләрем, һеҙ ҡасан да булһа көйрәтеүегеҙҙе ташлаһағыҙ ҙа, һуң булыр, сөнки йөҙөгөҙ йыуғыстай, үҙегеҙ ҡарсыҡтай булырһығыҙ”, – ти нарколог, никотин ауынан ҡотола алмаған ҡатын-ҡыҙға төбәлеп.
Нарколог Елена Павлова әйтеүенсә, тәмәкегә бәйлелеккә көслө психологик характер хас. Йәшләй тарта башлаған ҡатын-ҡыҙға торған һайын унан ҡотолоуы ҡыйынлаша, никотинға бәйлелек алкоголгә әүәҫлектән яманыраҡ, тип иҫәпләй нарколог. Һуңғы егерме йылда иртә тарта башлаған аҫыл зат араһында тәмәкеселәр артҡандан-арта. Улар яман ғәҙәттән ҡотолорға теләп тә, тәмәкенән ваз кисә алмай йонсой.
Наркологтың әйтеүенсә, тиҙ һәм ҙур ихтыяр көсө генә был осраҡта ярҙам итә ала. Был ғәҙәттән яйлап, һуҙылып ҡотолормон тимә, теләгең тыуыу менән шунда уҡ ташлау хәйерле. Мотлаҡ ниндәйҙер шөғөл тап, үпкәлә физик көсөргәнеш тыуҙырған күнегеүҙәр эшлә, тип кәңәш итә белгес. Шул саҡта йәш көйөңә йөҙөң йыуғыстай булмаҫ. Никотин ҡыҙҙарҙы тынысландыра, әммә ул нервы системаһын ҡуҙғытыусы ла.
Читайте нас