Белем һәм тәрбиә
1 Ноября 2019, 08:49

Диктант яҙҙыҡ!

“Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы Башҡорт дәүләт университетында иртәнге сәғәт 11-ҙә башланды. Ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланды. Әйткәндәй, сара илебеҙҙә рәттән дүртенсе тапҡыр үткәрелә.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
“Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы Башҡорт дәүләт университетында иртәнге сәғәт 11-ҙә башланды. Ул Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланды. Әйткәндәй, сара илебеҙҙә рәттән дүртенсе тапҡыр үткәрелә.
Юғары уҡыу йортоноң фойеһы байрамса биҙәлгән, төрлө милләт вәкилдәре милли кейемдә ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Һәр кем башҡорттоң ҡурай моңон, рус йырҙарын тыңланы, татар бейеүен һәм бүтән халыҡтар әҙерләгән тамашаны ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Башҡортостан Милли архивының бүлек начальнигы Зөлфәр Ғәтиәтуллин һөйләүенсә, ул быға хәтлем дә төрлө диктанттарҙа ҡатнашҡан, бөгөн дә үҙенең белемен тикшереп ҡарар өсөн килгән. Башҡорт дәүләт университетының география факультетынан өсөнсө курс студенты Әлиә Әмирханованың һүҙҙәренә ҡарағанда, география факультетында белем эстәп тә этнографик диктантта ҡатнашмау ғәфү итерлек түгел.
Шул иғтибарға лайыҡ, былтыр ошондай акцияла ярты миллион тирәһе – Рәсәй, 300 меңдән ашыу Башҡортостан халҡы ҡатнашҡан. Башҡортостан дәүләт университеты ла уға әүҙем ҡушылған, 2018 йылда 300-гә яҡын кеше диктант яҙған, быйыл унан күберәк булыр тип көтөлә.
Читайте нас