Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина каникул мәлендә Баймаҡ районының бер төркөм уҡыусыларын Өфөгә ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Был хаҡта ул үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә белдерә:
“Баймаҡ районынан килгән йәш ҡунаҡтарым менән Өфө планетарийында, Еңеү паркында һәм “FLY PARK” батут үҙәгендә булдыҡ. Балалар экскурсияларҙан һуң Өфөнөң иң гүзәл урындарының береһендә — “Олимпик-парк” комплексында урынлашҡан “Яңы Лидо” ресторанында киске ашта миңә ҙур рәхмәт белдерҙе һәм үҙҙәре төшөрөп алып килгән портретымды бүләк итте. Уҡыусыларға баш ҡаланың иҫтәлекле урындары бик оҡшаны. Киләсәктә күптәре Өфөнөң юғары уҡыу йорттарында белем алыу теләге менән яна. Уҡыу алдынғылары, төрлө кимәлдәге олимпиада һәм ярыштар еңеүселәре булған дуҫтарымдың яҡты хыялдары тормошҡа ашһын!”