Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Ноябрь 2019, 11:40

Рух һаҡсыһы ул – башҡорт гимназияһы!

Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының ишеген асып инеү менән үҙеңде музейҙа йөрөгәндәй хис итәһең. Һәр кем балаларҙың ҡул эштәре менән таныша ала.

Балаларҙың телде өйрәнеүгә ынтылышын күреү ҡыуаныслы.


Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының ишеген асып инеү менән үҙеңде музейҙа йөрөгәндәй хис итәһең. Һәр кем балаларҙың ҡул эштәре менән таныша ала. Көҙгө йәрминкәгә айырым урын бүленгән. Хатта шахмат та ҡуйылған – йомробаштар бик ярата был уйынды. Музей тигәндән, икенсе ҡатта бай музей эшләнгән, ул һәр ваҡыт яңы экспонаттар менән тулыланып тора. Бында халыҡтың боронғо, әммә ҡиммәтле әйберҙәрен күрергә була.
– Беҙҙә 700-гә яҡын бала белем эстәй, интернат Миәкә, Йәрмәкәй, Әлшәй, Туймазы, Бишбүләк һәм башҡа райондарҙың балаларын үҙенең ҡанаты аҫтына алған, – тип һөйләй Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты директоры Дил­бәр Фәтхетдинова. – Һәр ҡыҙ һәм малай башҡорт телен камил белһен, туған телен теләп өйрән­һен өсөн педагогтар бөтә көсөн һала. Мөғәллимдәрҙең түккән көсө бушҡа түгел, ысынлап та, бала­ларҙың телде өйрәнеүгә ҡарата ынтылышын күреү шул хәтлем ҡыуаныслы.
Дилбәр Ғайса ҡыҙының һүҙҙә­ренә ҡарағанда, был изге маҡ­сатты тормошҡа ашырыуҙа милли матбуғаттың роле ҙур, гәзит һәм журналдар – уҡытыусыларҙың ҙур ярҙамсыһы. Айырыуса республи­кабыҙҙың башҡорт телендәге төп баҫмаһы “Башҡортостан” ижти­мағи-сәйәси гәзите һәр педагогтың өҫтәл китабына әйләнгән.
Белем биреү учреждениеһында “Ынйылар” гәзитенең нәшер ите­леүен күреп һөйөндөк. Ҡайһы берәүҙәр гәзит-журналдарҙың ҡағыҙ вариантының киләсәге юҡ тигән фекерҙә. Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатындағы баҫма шуның киреһен иҫбат итә.
– Айына бер мәртәбә сыҡҡан “Ынйылар”ға мөмкин хәтлем ҡы­ҙыҡлы хәбәрҙәр бирергә тыры­шабыҙ, – тине башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Ын­йылар” гәзитенең баш мөхәррире Зүлиә Исламова. – Әлбиттә, гимназия-интернаттың тормошон тулы­һынса яҡтыртабыҙ. Бынан тыш, балаларҙың яҙмаларына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Беҙҙә шиғыр яҙыусылар, хикәйәгә тотоноп ҡараусылар байтаҡ.
Ағастарҙың ҡоро япраҡтары

Унда-бында ғына ҡалдылар,

Ҡоштар осоп киткәс,

яландар ҙа

Йоҡлағандай тынып ҡалдылар.
Был юлдарҙың авторы – IX класс уҡыусыһы Альбина Шәри­фуллина.
Мәктәп коллективы менән осрашыу барышында Уҡытыусылар көнөнә бағышланған, ғәмһеҙҙәрҙе лә уйланырға мәжбүр иткән социаль ролик тәҡдим ителде. Кино­таҫмала һүҙ бер-береңә теләк­тәшлек күрһәтеү тураһында бара. Ә интернат тибындағы уҡыу йортонда үҙ-ара мөнәсәбәт яҡшы булырға тейеш, һәр кемдән эргә-тирәһенә иғтибарлылыҡ та талап ителә. Роликты ҡарап бигерәк тә ата-әсәләр фәһем алғандыр.
Үткер ҡәләмдәшебеҙ, билдәле яҙыусы Венер Исхаҡов педагог­тарға һәм тәрбиәселәргә – эшендә, ә балаларға уҡыуында уңыштар теләне, “Өй эйәһе” китабын бүләк итте, автограф таратты. Хеҙмәт­тәшебеҙ Гөлсирә Сәхиева иһә “Башҡортостан” гәзитенең йөкмәт­кеһенә хас үҙенсәлектәр хаҡында һөйләне.
Осрашыу һуңында бер үҫмер менән түбәндәге һөйләшеү булды.
– Емеш ағасы энәлектең тап өлгөргән мәле, балланып бешкән, телеңде йоторлоҡ, – тинем.
– Энәлекте белмәйем, нисе­герәк күҙ алдына баҫтырырға? – тип һорай ул.
– Алма ағасынан саҡ ҡына тәпәшерәк, уның ҡарауы, энәләре бөркөттөң тырнағы шикелле оҙон һәм үткер.
– Һеҙ еҙәй тураһында һүҙ алып бараһығыҙ бит, эйе, энәләре сәтәкәй бармаҡ ише ныҡ оҙон.
Баҡтиһәң, уны төрлө ерҙә төр­лөсә атайҙар икән, әле телгә алғандарҙан айырмалы, ҡамыраш һәм дунала ла, тиҙәр.

Күреүегеҙсә, беҙҙең башҡорт теле – шул тиклем бай тел, ике аралағы һөй­ләшеү ҙә шуны иҫбат итә.


Бәләбәй районы.
Читайте нас