Белем һәм тәрбиә
13 Ноября 2019, 18:05

Өфө егете һуҡыр һаңғырауҙар өсөн мессенджер уйлап тапҡан

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә нимә тип яҙҙы?

Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
“Таныш булығыҙ – был беҙҙең башҡорт Цукербергы, Санкт-Петербург мәғлүмәт технологиялары университетының 2-се курс студенты Артур Шайхәтәров. Ул һуҡыр һаңғырауҙар өсөн мессенджер уйлап тапҡан. Бөгөн илебеҙҙә ундай кешеләр һаны 15 меңдән ашыу. Артур улар өсөн махсус программа эшләгән. Уның ярҙамында һуҡыр һаңғырауҙар ғәҙәти телефон йәки смарт-сәғәт аша аралаша аласаҡ. Хәбәр ебәргәндә Морзе азбукаһы ҡулланыла. Ә яуап гаджеттың экранында нөктә-һыҙыҡтар ярҙамында йыйыла.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тәғәйен был башланғыс өҫтөндә Артур Өфөләге 42-се лицейҙа уҡыған сағында шөғөлләнә башлай. Әлеге проекты менән Рәсәйҙә үҫмерҙәргә тәғәйен “Умник” тип аталған иң абруйлы гранттарҙың береһен яулауға өлгәшә.
Бөгөн башҡорт программисының асышы бөтә донъяға билдәле булды: ошо көндәрҙә Артур үҙ башланғысы хаҡында абруйлы TEDx халыҡ-ара конференцияһында сығыш яһаны. Тамашасылар уны көслө алҡыштарға күмде.
Артур, уҡыуыңды тамамлауға беҙ һине Өфөлә көтәбеҙ!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Читайте нас