Белем һәм тәрбиә
13 Ноября 2019, 08:25

Уҡытыусының абруйы бармы?

Шишмә районында “Өйөң йылыһы” тигән темаға йыйылыш үтте. Ата-әсәләр, төрлө ауылдарҙан йыйылған уҡытыу­сылар, мәктәп директорҙарынан тыш, кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Флүр Ураҙмәтов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айҙар Яҡупов, Шишмә районы буйынса эшләгән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Шишмә районында “Өйөң йылыһы” тигән темаға йыйылыш үтте. Ата-әсәләр, төрлө ауылдарҙан йыйылған уҡытыу­сылар, мәктәп директорҙарынан тыш, кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Флүр Ураҙмәтов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айҙар Яҡупов, Шишмә районы буйынса эшләгән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.


Флүр Ураҙмәтов үҙ сығышында мәғариф өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләргә туҡ­талды.
– 18 сәғәт уҡытып та, 18 мең һум ғына эш хаҡы алған уҡытыусылар бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Был бик әҙ, уҡытыусыға ла ғаиләһен ҡарарға кәрәк бит, – тине ул.
Флүр Зиннур улы әйтеүенсә, был проблема хәл ителәсәк.
Хакимиәт башлығы уҡытыусылар менән ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәттәр хаҡында һөйләне.
Был мәсьәлә киҫкен тора, элек уҡытыусы йәмғиәттә абруй ҡаҙанған һөнәр эйәһе булһа, бөгөн ҡайһы бер уҡыусылар, хатта ата-әсәләр үҙҙәре лә педагогтарҙы ҡыйырһытырға күп һорамай. Ошо йәһәттән Флүр Зиннур улы Шишмә районының үҙендә булған миҫалдарға туҡталды, үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ булмаһын өсөн ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы берләшергә саҡырҙы.
Шишмә районы телевидениеһы ла ошо темаға видеояҙма әҙерләгән.
Район прокуроры Азамат Насиров тағы ла бер борсоулы хәлгә иғтибар бүлде: бөгөн интернет селтәре балаға насар йоғонто яһай. Ул ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға саҡырҙы, сөнки тап ошо виртуаль донъя кире мәғлүмәттәр сығанағы булып та тора: наркотик кеүек тыйылған матдәләрҙе лә бала глобаль селтәр ярҙамында табырға, төрлө экстремистик хәрәкәттәрҙең йоғонтоһона ла тап ошо юл аша бирелергә мөмкин.
Район хакимиәтенең мәғариф идара­лығы етәксеһе Сөләймән Ваһапов Шишмә районы шарттарында педагогтың абруйы, үҙенең хеҙмәт юлы хаҡында һөйләне, элек уҡытыусыларҙың ғаиләлә бала тәрбиә­ләүҙәге әһәмиәтен билдәләне. Мәғариф өлкәһе буйынса Сөләймән Сәйәх улы күтәргән тағы ла бер ҙур проблема – йәштәрҙең уҡытыусы һөнәренә ылығып тормауы.

– Уҡытыусы хеҙмәте бөгөн еңелдән түгел. Педагогтарҙың ҡайһы бер уҡыу­сыларҙан зыян күреүен интернеттағы видеояҙмаларҙан танышбыҙ. Йәштәр ҙә хәҙер күберәк юрист, иҡтисадсы кеүек һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә ынтыла. Йәш быуын вәкилдәре уҡытыусылыҡҡа ынтыла икән, был теләк уларҙың йөрәк саҡырыуынан, ошо һөнәрҙе яратыуынан килә, – тине ул.
Ата-әсәләр йыйылышында Шишмә районы хакимиәтенең урындағы етәкселәргә лә әйтер һүҙҙәре бар ине. Улар был ойошма вәкилдәрен районда уҡытыусының абруйын күтәреү маҡсатында ата-әсәләрҙе һәм педагогтарҙы үҙ-ара берләштереү эшен алып барырға, мәғариф буйынса кадрҙар әҙерләгән махсус һәм юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар, ҡасандыр ошо райондан сыҡҡан шәхестәр менән осрашыуҙар ойошторорға, студенттар араһында яҡташтар берләшмәһе булдырырға һәм башҡа күп сараларҙы ойошторорға саҡырҙы.
Шишмә районы.
Читайте нас