Белем һәм тәрбиә
15 Ноября 2019, 07:32

Мөғәллимдәрҙең түккән көсө бушҡа түгел

Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының ишеген асып инеү менән, үҙеңде музейҙа йөрөгәндәй хис итәһең. Һәр кем балаларҙың ҡул эштәре менән таныша ала. Көҙгө йәрминкәгә айырым урын бүленгән. Хатта шахмат та ҡуйылған – йомробаштар йыш урала бында. Икенсе ҡатта бай музей асылған, ул һәр ваҡыт яңы экспонаттар менән тулыланып тора. Халыҡтың боронғо, әммә ҡиммәтле әйберҙәрен нәҡ ошонда тапшырыуы күпте һөйләй. Бәләбәй тарафтарына сираттағы сәфәр барышында йәнә белем усағына һуғылдыҡ.

Балаларҙың телде өйрәнеүгә ҡарата ынтылышын күреү – ҡыуаныс ул.


Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының ишеген асып инеү менән, үҙеңде музейҙа йөрөгәндәй хис итәһең. Һәр кем балаларҙың ҡул эштәре менән таныша ала. Көҙгө йәрминкәгә айырым урын бүленгән. Хатта шахмат та ҡуйылған – йомробаштар йыш урала бында. Икенсе ҡатта бай музей асылған, ул һәр ваҡыт яңы экспонаттар менән тулыланып тора. Халыҡтың боронғо, әммә ҡиммәтле әйберҙәрен нәҡ ошонда тапшырыуы күпте һөйләй. Бәләбәй тарафтарына сираттағы сәфәр барышында йәнә белем усағына һуғылдыҡ.


– Беҙҙә 700-гә яҡын бала белем эстәй, интернат Миәкә, Йәрмәкәй, Әлшәй, Туймазы, Бишбүләк һәм башҡа райондарҙың балаларын үҙенең ҡанатына алған, – тип һөйләй Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты директоры Дилбәр Фәтхет­динова. – Һәр ҡыҙ һәм малай баш­ҡорт телен камил белһен, туған теленә ҡарата һөйөү менән ҡара­һын өсөн педагогтар бөтә көсөн һала. Мөғәллимдәрҙең түккән көсө бушҡа түгел, ысынлап та, бала­ларҙың телде өйрәнеүгә ынтылышын күреү шул хәтлем ҡыуаныслы.
Дилбәр Ғайса ҡыҙының һүҙҙә­ренә ҡарағанда, ошо изге маҡсатты тормошҡа ашырышыуҙа милли матбуғаттың роле ҙур, шул уҡ ваҡытта гәзит һәм журналдар – уҡытыусыларҙың төп ярҙамсыһы. Айырыуса республикабыҙҙың төп башҡорт баҫмаһы “Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзите һәр педа­гогтың өҫтәл китабына әйләнгән.
Белем биреү учреждениеһында “Ынйылар” гәзитенең нәшер ите­леүен күреп һөйөндөк. Ҡайһы бе­рәүҙәр “гәзит-журналдарҙың ҡағыҙ вариантының киләсәге юҡ” тигән фекерҙә. Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатындағы баҫма шуның киреһен иҫбат итә.
– Айына бер мәртәбә сыҡҡан “Ынйылар”ға мөмкин тиклем фәһемле хәбәрҙәр бирергә тыры­шабыҙ, – тине башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Ынйылар” гәзитенең баш мөхәррире Зүлиә Исламова. – Әлбиттә, гимназия-интернаттың тормошон тулыһынса яҡтыртабыҙ, бынан тыш балалар­ҙың яҙмаларына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Беҙҙә шиғыр яҙыусылар, хикәйәгә тотоноусылар байтаҡ.
Ағастарҙың ҡоро япраҡтары

Унда-бында ғына ҡалдылар,

Ҡоштар осоп киткәс, яландары

Йоҡлағандай тынып ҡалдылар.

Был юлдарҙың авторы – IX класс уҡыусыһы Альбина Шәрифуллина.
Тамашасыларға Уҡытыусылар көнөнә бағышланған, ғәмһеҙҙәрҙе лә уйланырға мәжбүр иткән социаль ролик тәҡдим ителде. Кино­таҫ­мала һүҙ бер-береңә теләк­тәшлек күрһәтеү тураһында бара. Ә интернатлы уҡыу йортонда үҙ-ара мөнәсәбәт яҡшы булырға тейеш, һәр кемдән эргә-тирәһенә иғ­ти­бар ҙа талап ителә. Уны ҡарап бигерәк тә ата-әсәләр фәһем алғандыр.

Үткер ҡәләмдәшебеҙ, билдәле яҙыусы Венер Исхаҡов педагог­тарға һәм тәрбиәселәргә – эшендә, ә балаларға уҡыуында уңыштар теләне, “Өй эйәһе” китабын бүләк итте, автограф таратты. Хеҙмәт­тә­шебеҙ Гөлсирә Сәхиева иһә баҫмалағы үҙгәрештәр хаҡында һөйләне.
Осрашыу һуңында бер үҫмер менән түбәндәгесә һөйләшеү булды.

– Емеш ағасы энәлектең тап өлгөргән мәле, балланып бешкән, телеңде йоторлоҡ, – тинем.
– Энәлекте белмәйем, нисегерәк күҙ алдына баҫтырырға? – тип һорай ул.
– Алма ағасынан саҡ ҡына тәпәшерәк, уның ҡарауы, энәләре бөркөттөң тырнағы шикелле оҙон һәм үткер.
– Һеҙ еҙәй тураһында һүҙ алып бараһығыҙ бит, эйе, энәләре сәтә­кәй бармаҡ шикелле ныҡ оҙон.
Баҡтиһәң, уны төрлө ерҙә төр­л­өсә атайҙар икән, әле телгә алған­дарҙан айырмалы, ҡамыраш һәм дунала ла, тиҙәр. Русса – боярышник. Күренеүенсә, беҙҙең башҡорт теле шул тиклем бай тел, ике аралағы һөйләшеү ҙә шуны иҫбат итә.


Бәләбәй районы.
Читайте нас