Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
16 Ноябрь 2019, 14:00

Баймаҡта – йәнә байрам

Ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусыларын көн һайын “Мин 2-се мәктәпте яратам” тигән арт-объект ҡаршы аласаҡ.

Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡыусыларын уҡыу йортонда көн һайын “Мин 2-се мәктәпте яратам” тигән арт-объект ҡаршы аласаҡ.
Бөгөн үҙенең 80 йыллығын билдәләгән мәғариф учреждениеһына был матур бүләкте ошо белем усағын тамамлаған Геннадий Давыдов, Сергей Маврин һәм Юрий Трушин яһаған.
Районда ғына түгел, республикала киң танылыу алған Баймаҡ ҡалаһының 2-се урта мәктәбе - бихисап быуын вәкилдәрен ҙур тормошҡа сығарған, күренекле шәхестәргә үрҙәр яуларға нигеҙ һалған бай тарихлы, үҙенсәлекле традициялары менән айырылып торған белем усағы.
Мәктәптең директоры Радмир Иҫәнбаев белдереүенсә, юбилей саралары мәғариф учреждениеһының элекке етәксеһе Сергей Антоновҡа мемориаль таҡта асыуҙан башлана. Артабан тантаналы өлөш Балалар ижад йортонда үтә: төрлө тарафтан мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған, мәктәпте тамамлағандар, мәғариф ветерандары, уҡыусылар үҙ хәтирәләре менән уртаҡлаша, бай йөкмәткеле концерт ҡарай ала.
Фото: Дмитрий Фадеев.
Читайте нас: