Белем һәм тәрбиә
20 Ноября 2019, 07:07

“Һеҙ ғалимдар, инженерҙар буласаҡһығыҙ”

Мәктәп-интернатта уҡыған йылдарҙы иҫкә төшөрһәм, иң тәүҙә класс етәксебеҙ һәм тәрбиәсебеҙ күҙ алдына баҫа.

Мәктәп-интернатта уҡыған йылдарҙы иҫкә төшөрһәм, иң тәүҙә класс етәксебеҙ һәм тәрбиәсебеҙ күҙ алдына баҫа.


...Үҙебеҙҙә лә ун йыллыҡ белем усағы, көслө уҡытыусылар булһа ла, 1-се мәктәп-интернатҡа барыу теләге көслө ине. Унда уҡып йөрөгән тиҫтер ауылдаштарыма көнләшеп ҡарай торғайным. Һигеҙенсе класты тамамлағас иһә, мин дә был бәхеткә өлгәштем.
Беҙҙе, 36 баланы, класс етәк­сеһе Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы Әхтәмова менән тәрбиәсебеҙ Рә­йес Тимербәк улы Хәйруллин үҙ ҡанаты аҫтына алды. Шулай итеп, тәрбиәсебеҙҙең званиеһы капитан булғанлыҡтан, беҙ “капитан балалары” булып киттек.

Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы үҙен тотошо, матур итеп кейенеүе, яғым­лы һөйләшеүе менән күңе­лебеҙгә ғәжәп яҡты остаз булып уйылған. Ул көслө, талапсан математик ҡына түгел, ә йөҙөнән мөләйемлек бөркөлөп торған бик зыялы, тәрбиәле, мәҙәниәтле ҡа­тын-ҡыҙ өлгөһө ине. Зауыҡлы кейенеп, туп-тура баҫып класҡа килеп инеүҙәре һаман да күҙ алдында.
Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы беҙҙә лә үҙендәге кеүек сифаттар тәрбиәләргә тырышты, ҡупшы итеп кейенеү, үҙ-үҙеңде тотоу сер­ҙәренә лә өйрәтә торғайны. Тәбиғәттән бирелгән матурлыҡты һаҡларға кәрәк, тиер ине. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас си­фаттарҙан тайпылмаҫҡа, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һанларға өйрәтте.
Тәрбиәсебеҙ Рәйес Тимербәк улы ла ифрат талапсан, шул уҡ ваҡытта кешелекле, кеселекле, оло йөрәкле булды. Тыуған йортонан ситтә йәшәгән балаларға атай тәрбиәһе бирергә тырышты. Илһөйәрлеккә, телһөйәрлеккә өйрәтте.
“Һеҙ 18-гә – 18”, – тиергә яратыр ине тәрбиәсебеҙ. Ни өсөн тигәндә, класыбыҙҙа 18 егет һәм 18 ҡыҙ булды. “Мөхәббәтегеҙҙе ошонда эҙләгеҙ”, – тиер ине ул.
Рәйес Тимербәк улының “Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, Кеше булып ҡалығыҙ. Башҡаның бер әйберенә лә теймәгеҙ, кейемен алып торһағыҙ, йыуып бирегеҙ” тигән һүҙҙәре күңелдә айырыуса ныҡ уйылып ҡалған. “Эшең кеше өсөн булһа, өйрәнеүең – үҙең өсөн” тип йыш ҡабатлар ине Рәйес Тимербәк улы.
Класс етәксебеҙ ҙә, тәрбиә­се­беҙ ҙә бер балаға ла ҡырын ҡараманы, яңылыш ҡына ла ауыр һүҙ әйтмәне. Һәр беребеҙҙе иң яҡын кешеһе кеүек күрҙеләр. “Һеҙ киләсәктә ғалим­дар, инженерҙар буласаҡһығыҙ!” – тип күңел­дәребеҙҙе ҡанатландырып ебәрә торғайнылар.
Бәләкәйҙән табип булырға хыял­ланһам да, мәктәпте тамам­лағас педагог юлын һайлауымда уҡытыусым менән тәрбиәсемдең өлөшө баһалап бөткөһөҙ тип уйлайым.
Мәктәптә 37 йыл эшләү осо­ром­доң 28 йылын мин гимназия-интернатыбыҙҙа тәрбиәсе булыу­ға бағышланым. Хеҙмәтемдә һәр саҡ уҡытыусыларымдың, тәрбиә­селәремдең кәңәш­тәрен, биргән һабаҡтарын иҫтә тотам, уларҙы балаларға ла еткерергә тырышам.
Беҙҙе оло тормош юлына сы­ғарған яратҡан педагогтарыбыҙҙы гелән хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Улар тураһында яҡты иҫтәлектәр мәңге хәтерҙә.

Читайте нас