Белем һәм тәрбиә
20 Ноября 2019, 07:05

Туған мәктәпкә тоғролоҡ

Мәктәп коридоры буйлап оҙон сәс толомдарын теҙенә тиклем үреп төшөрөп, тыйнаҡ ҡына йылмайып, һылыу ҡатын атлай... Йомшаҡ тауышы менән ҡаршыһына осраған олоһон да, кесеһен дә ихлас баш ҡағып сәләмләй. Әй буйҙарында тыуып үҫкән Әминә һылыуҙың гимназиялағы һәр иртәһе шулай башлана.

Мәктәп коридоры буйлап оҙон сәс толомдарын теҙенә тиклем үреп төшөрөп, тыйнаҡ ҡына йылмайып, һылыу ҡатын атлай... Йомшаҡ тауышы менән ҡаршыһына осраған олоһон да, кесеһен дә ихлас баш ҡағып сәләмләй. Әй буйҙарында тыуып үҫкән Әминә һылыуҙың гимназиялағы һәр иртәһе шулай башлана.


Иртән эшеңә күтәренке кәйеф менән тотонаһың икән, тимәк, көн аҙағына тиклем шулай дауам итәсәк. Бөтә тормош ығы-зығыһы, ваҡ-төйәк ишектең теге яғында ҡалырға тейеш. Был ябай ғына хәҡиҡәтте күптән белә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се баш­ҡорт республика гимназия-интернатында 20 йыл тарих, Башҡортостан тарихы фәндәренән төплө белем биргән Әминә Әнүәр ҡыҙы Баймө­хәмәтова.


1995 йылда БДУ-ның тарих факультетын тамамлағас, икенсе тыуған йортона әйләнгән мәктәп-интернатына эшкә килә ул. Тап ошо уҡыу йортонда хеҙмәт юлын башлауына һөйөнөп бөтә алмай Әминә Әнүәр ҡыҙы. Берҙән, гимназиялағы эске тормошто, тәртипте бөтә күңеле менән аңлай, икенсенән, уҡырға килгән балаларға үҙенең туғаны – “интернатташ” тип ҡарарға өйрәнгән.


Әминә Әнүәр ҡыҙы һәр эште еренә еткереп, бар күңелен һалып башҡара. Предметы буйынса район, ҡала, республика кимәлендә үткәрелгән олим­пиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конферен­цияларҙа уның уҡыусылары ентекле әҙерлеге, төплө сығыштары менән айырылып тора. Башҡортостан һәм Рәсәй юғары уҡыу йорттары үткәргән асыҡ олимпиадаларҙа ла еңгән тәрбиәләнеүселәре бар.


Әминә Әнүәр ҡыҙы гимназияла оҙаҡ йылдар тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыларының методик берекмә­һенә уңышлы етәкселек итә, олимпиа­даларҙа жюри ағзаһы булырға, шул уҡ ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Тарих һәм хоҡуҡ институты магистратураһында белем алырға, сығарылыш уҡыусыла­рының “Беренсе” ассоциацияһы йыйылыштарында ҡатнашырға ла өлгөрә. Ағымдағы уҡыу йылында иһә гимназия коллективы профсоюз комитеты рәйесе вазифа­һын да уға ҙур ышаныс менән йөкмәтте.


Тормош иптәше Ислам да – интернатташы, бер-береһенә һәр яҡлап ҙур терәк-таяныс улар. Улдары Мораҙым, гимназияны уңышлы тамамлап, Санкт-Петербургта юғары белем алһа, ҡыҙҙары Алтынай әле ошонда 10-сы класта уҡып йөрөй. Туған мәктәбеңә тоғролоҡтоң, арымай-талмай хеҙмәт итеүҙең сағыу миҫалы түгелме ни ошо? Мәсетле һылыуы Әминә Баймөхәмәтоваға артабан да һәр яҡлап уңыштар, юғары үрҙәргә артылыр көс-ҡеүәт теләйем.



Читайте нас