“Үҫеш нөктәһе” үҙәге һәр йәһәттән дә киң мөмкинлектәр аса.
Һыуыҡҡул урта мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәнүзә Сулпанованың мәктәп, балалар тип янып йөрөүенә аптырайһы түгел. Етәксе тигән юғары вазифаға тәғәйенләнгәнһең икән, донъя хәстәре менән янырға тейешһең. Шул уҡ ваҡытта уның төрлө башланғыстарға йән өрөүе шатландыра. Педагог булараҡ, мәктәп тормошонда бөтә баҫҡыстарҙы ла үткән, ябай уҡытыусынан директорға тиклем күтәрелгән.
Етәкселек хеҙмәт һөйгәндәрҙе күрә, эштәрен юғары баһалай. Быйыл Уҡытыусылар көнөндә Фәнүзә Мөсифулла ҡыҙына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Һыуыҡҡул ауылының сираттағы йыйылышында ҡатнашырға насип итте. Оло трибунанан сығыш яһап, юғары категориялы уҡытыусы Фәнүзә Сулпанова бына нимә тине:
– “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы – бик уңайлы проекттарҙың береһе, конкурста ҡатнашыу тураһында уйланырға кәрәк. Мәҫәлән, ауыл мәктәбенең ҡоймаһын ошо республика проекты нигеҙендә тулыһынса яңыртырға мөмкин. Ә ул үҙәк урамдың байтаҡ өлөшөн тәшкил итә. Һыуыҡҡулға ингән кешенең күҙенә иң беренсе ошо ҡойма ташланыуын онотмайыҡ.
Һыуыҡҡул урта мәктәбе асылғандан алып, бында кемдәр генә ҡанат нығытмаған һәм белем эстәмәгән. Бөгөн уларҙың күптәре яуаплы вазифаларҙа хеҙмәт күрһәтә. Киләсәктә лә балаларға дөрөҫ йүнәлеш биреү маҡсатында тап ошо белем усағында быйыл 1 сентябрҙән “Заманса мәктәп” төбәк проекты нигеҙендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәге эшләй башлаған. Бынан тыш, райондың 8 Март исемендәге ауыл мәктәбендә лә үҙәк бар.
– Ҡыҙ һәм малайҙар һәр яҡлап үҫергә тейеш, был тәңгәлдә “Мәғариф” милли проекты беҙгә ҙур мөмкинлектәр бирҙе, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Тормоштан артта ҡалыу юҡ, йәһәт кенә ике кабинетты йыһазландырҙыҡ, “Үҫеш нөктәһе”нең етәксеһен тәғәйенләнек, уҡытыусылар иһә әҙерлек курсы үтте. Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуының көслө булыуына барыбыҙ ҙа һөйөнәбеҙ.
Көнһылыу Абдуллина – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ул ҡыҙ һәм малайҙарға башҡорт теленең нескәлектәрен өйрәтә, туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Көнһылыу Рәүеф ҡыҙының дәрестәрен берәү ҙә сәбәпһеҙгә ҡалдырмай икән, тимәк, уҡытыусы дөрөҫ маҡсаттар ҡуйған.
Бында етәкселек бушап ҡалған шәмбе көндәрен файҙалы уҙғарыу өсөн бар көсөн һала. Күптән түгел Башҡортостан халыҡтарының милли йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, туған телдәрҙе, әҙәбиәтте һәм сәнғәтте кластан тыш саралар ярҙамында үҫтереү ниәтендә этношәмбе ойошторолған. Бөтә кластарҙа ла, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә, Хәтер дәресе үткәрелгән, ул музейға сәфәр ҡылыу менән тамамланған. Бынан тыш төрлө тарафтарға сәйәхәттәр ҙә ойошторола. Октябрь аҙаҡтарында үҫмерҙәр Өфөгә барған, “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында “Киләсәккә билет” тигән фестивалдә ҡатнашҡан.
– Арҙаҡлы педагог һәм психолог Шалва Амонашвилиҙың “Уҡытыусы – кеше тәнен йылытыусы ҡояш, кеше күңелен бай ферменттарға байытыусы тупраҡ. Уҡыусыларыңдың хәтеренә генә түгел, ә йөрәктәренә лә белем сәс!” тигән ҡанатлы фекере ифрат оҡшай, уны тормош девизым итеп алдым. Һәр бала һәләтле, ошо турала гел ҡабатлайым, – тип тамамланы һүҙен Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Фәнүзә Мөсифулла ҡыҙы.