Ул иң тәүҙә БДУ-ның Сибай институты студенттары менән осрашты. Зариф Закир улы таусылар ҡалаһына һәр ваҡыт ҙур теләк менән килеүен, Урал аръяғы өсөн юғары белемле белгестәр әҙерләгән институтҡа айырым мөнәсәбәттә булыуын белдерҙе. Йәнле һөйләшеү барышында йәштәр депутатҡа бик күп һорау бирҙе. Ҡыҙ һәм егеттәрҙе айырыуса эшһеҙлек, эскелек, суицид, торлаҡ мәсьәләләре борсой. Шулай уҡ балалар пособиелары, йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында закондар хаҡында белештеләр.
Осрашыу һуңында Зариф Байғусҡаров йәмәғәт эштәрендә, уҡыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Күптән түгел Мәскәүҙә үткән II Бөтә Рәсәй студенттар проекттары конкурсында беренсе урын алған педагогия факультеты студенты Сулпан Байғәлина ла Зариф Закир улы ҡулынан Рәхмәт хаты алып ҡыуанды.