Һамар ҡалаһында ауыл уҡыусылары араһында шахмат буйынса ойошторолған Бөтә Рәсәй шәхси командалар ярышында Хәйбулла районының 2-се Аҡъяр мәктәбенән Сәмиғә Шәйхисламова һәм Наҙгөл Иҙрисова чемпион исемен яуланы.
Ҡыҙҙарҙың тренеры Реналь Мәмбәтов белдереүенсә, унда барыһы 142 уҡыусы көс һынашҡан, араларында Сәмиғә – беренсе, Наҙгөл өсөнсө урынды алған. Башланғыс класс уҡыусыларының икеһе лә шахмат түңәрәгенә йөрөй, теүәл фәндәрҙе ярата. Йәш шахматсылар икенсе йыл рәттән райондың “Һаҡмар” шифаханаһындағы профилле спорт-һауыҡтырыу лагерында булған һәм “Һаҡмарҙа йәй” тип аталған төбәк-ара шахмат турнирында ла ҙур еңеүҙәр яулаған.
Әйткәндәй, Хәйбулланың күп мәктәптәрендә шахмат түңәрәктәре эшләй, уларҙа балалар теләп шөғөлләнә. Ә Сәмиғә менән Наҙгөлдөң, кескәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, оло еңеүҙәр яулауы тиңдәштәре күңелендә лә маҡсатҡа ынтылышты, сәмде арттыра.
Фото "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите сайтынан.