М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2020", "Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020" һөнәри конкурстарын асыу тантанаһы булды.
Унда Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова сығыш яһап, былай тине:
“Һәр беребеҙҙең ҡәҙерле уҡытыусыһы бар, ул һәр саҡ беҙҙең күңелебеҙҙә. Педагог – иң абруйлы, мәртәбәле һөнәрҙәрҙең береһе, улар араһындағы конкурс та иң әһәмиәтлеһе, уның үҙ урыны бар. Барығыҙға ла уңыш юлдаш булһын!”
23-сө тапҡыр уҙғарылған конкурста быйыл баш ҡаланың илле мәктәбенән 59 педагог көс һынаша. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ярышы 16-сы мәртәбә ойошторола.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллин үҙ сығышында уҡытыусыларҙың йәмғиәттә тотҡан ролен юғары баһалап, конкурсанттарға лайыҡлы еңеү теләне.