Белем һәм тәрбиә
4 Декабря 2019, 06:01

“Үҫеш нөктәһе”нә ҙур өмөт менән

“Үҫеш нөктәһе”. Нимә ул? Ни өсөн кәрәк? Мораҡтағы 1-се урта мәктәпкә тап ошо һорауҙарға яуап алыу теләге менән килдек. Сентябрь аҙағында асылған үҙәк ниндәй яңылыҡтары менән беҙҙе ғәжәпләндерер, һөйөндөрөр?

“Үҫеш нөктәһе”. Нимә ул? Ни өсөн кәрәк? Мораҡтағы 1-се урта мәктәпкә тап ошо һорауҙарға яуап алыу теләге менән килдек. Сентябрь аҙағында асылған үҙәк ниндәй яңылыҡтары менән беҙҙе ғәжәпләндерер, һөйөндөрөр?


Белеүебеҙсә, быйыл ил­дең илле төбәгендә 2049 шундай үҙәк асылды. “Технология”, “Математика һәм информатика”, “Йәшәйеш хәүефһеҙ­леге нигеҙ­ҙәре” өлкәләре буйынса белем биреү ҡала һәм ауыл мәктәптәре араһындағы айырманы кәметеүгә йүнәл­тел­гән. Үҙәктең бурысы ла ҙур: яңыртылған матди база нигеҙендә уҡыусыларҙың 100 процентын йәлеп итеү. Быныһы – һүҙҙә, эш ғәмәлдә нисек ойошторола?
Мәктәп директоры Илшат Арыҫлан­баев әйтеүенсә, “Үҫеш нөктәһе” уҡыусы­ларҙы проектлау, моделләштереү, компьютер һыҙмаһы, һанлы технология серҙәрен үҙләштереүгә ылыҡтырасаҡ. Үҙеңде теорияла ғына түгел, практикала һынап ҡарау күп нәмәгә өйрәтәсәк. Педагогтар ҙа даими рәүештә белемдәрен камиллаштырыу буйынса эшләйәсәк, унһыҙ үҫеш көтөргә ярамай.
Мәктәп директоры урын­баҫары Гөл­си­нә Әхмәтйәнова беҙҙе яңыртылған, “Үҫеш нөктәһе” программаһы талаптарына ярашлы йыһазлан­дырылған кабинеттар буйынса йөрөтә. Баҡһаң, бүлмәне ниндәй төҫкә буяу, әйберҙәрҙе урынлаштырыу буйынса ла федераль кимәлдә ҡәт­ғи талаптар ҡуйылған. Ҡыҙ һәм малай­ҙар шахмат кабинетына бер үк логотиплы футболкаларҙа өҫтәл янына ултыра. Ултырғыстар, йомшаҡ пуфтар, өҫтәлдәр, сәғәт – барыһы тап “Үҫеш нөктәһе” програм­маһы буйынса ҡайта­рылған. Әле шахмат мәктәбендә һәр береһе 12-15 баланы эсенә алған дүрт төркөм аҙнаһына ике тапҡыр шөғөлләнә.
– Үҙәк балаларға үҙҙәрен архитектор, инженер, конструктор итеп тойорға мөм­кин­лек тыуҙыра. Үҙаллы макет эшләп ҡарайҙар. Лего кон­струкцияһынан хәрә­кәт­ләнеүсе робот, машина, теләгән бер тех­никаны йыйып, бер-береһен шаҡ ҡа­тыра уҡыусылар. Һәр кем фантазия бай­лығын, йоҡомһорап ятҡан уйлау ҡеүәһен эшкә егә, логик фекерләү көсәйә, – ти Гөлсинә Зәки ҡыҙы. – Педагог Дамир Мәжитов Екатеринбург ҡалаһында ошо йүнәлештәр буйынса өҫтәмә белем алып ҡайтты.
“Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” балаларҙы килә­сәктә көтөлмәгән хәлдәрҙә ҡаушап ҡалмаҫ, дөрөҫ ҡарарға килеү өсөн фәһем булырлыҡ һабаҡтарға өйрәтә. Иҫһеҙ йығылған кешегә ниндәй тәүге ярҙам күрһәтеү, теге йәки был хәлдә эш­те нимәнән башлау хәйер­лерәк? Яралан­ған ҡулды бәйләү, массаж яһау күнекмә­ләрен дә бында аласаҡ уҡыусылар. Күргәҙмә материалдар төрлө-төрлө, һәммәһе лә тормоштағы кеүек. Теория һәм практи­каның ярашыуы һәр ғәмәлдең бала тарафынан яҡшы үҙләштерелеүенә булышасаҡ.
– Бөгөн ҡыҙ һәм малайҙа­рыбыҙ виртуаль ысынбарлыҡ шлемы кейеп, үҙен йы­һанда йөрөгәндәй хис итте. Джойстик менән идара итеп кенә лә башҡа плане­таға сәфәр ҡылып була хәҙер. Балалар дәрестән һуң “Үҫеш нөктә­һе”нә ҙур теләк менән ихлас йөрөй. Өр-яңы 15 компьютерлы булдыҡ, матди базабыҙ яҡ­шырҙы. Бөгөн уҡыусы­ларҙың 100 процентын йәлеп итә алмаһаҡ та, эш яйлап бара. 800-гә яҡын бала уҡы­ған мәктәп­тәге кө­сөргә­неште күҙ алдына килтерәһе­геҙҙер, – ти директор урынбаҫары.
Шахмат, фотоаппарат, видеокамера, квадракоптер һәм виртуаль ысынбарлыҡ шлемдары, яңы технологиялар – киләсәк мәктәбенең айырыл­ғыһыҙ атрибуттары. “Үҫеш нөктәһе” балаларҙың мәктәп эскәм­йә­һенән үк яратҡан профессияһын, һәләт­тәрен асыҡларға, уҡыуға теләген һәм мотивацияны көсәйтергә булышлыҡ итергә тейеш. Һәр кемдә технологик һәм гуманитар күнекмәләрҙе үҫтереүҙә, һис һүҙһеҙ, “Үҫеш нөктәһе” ҙур роль уйнаясаҡ. Шуның менән бергә ғәҙәти уҡыу программаһын үҙләштереүҙән бер кем дә баш тартмай.
Тренажер-манекендар, реанимация саралары өсөн келәмдәр, “яралы” аяҡ-ҡул­дар өсөн шиндар, аптека, имми­та­торҙар – барыһы ла бала­ларға медицина ярҙамы күр­һәтеүгә өйрәнеү өсөн “ярҙам­сылар”. Технология кабинетындағы төр­лө ҡоралдар малайҙарҙы эш күнек­мәләренә өйрәтәсәк.
Шуныһы мөһим, бөтә өҫтә­мә дәрестәр һәм шөғөлдәр түләүһеҙ! Проектта хатта ата-әсәләр ҙә ҡатнаша ала. Мо­раҡ­тың 1-се урта мәктәбендә белем алған бала­ларҙың заман тиҙлегенән ҡалмайынса, өлгөлө ҡала мәктәптәрендәге мөмкин­лектәргә эйә буласағына, һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш аласағына ысын күңелдән һөйөндөк. “Үҫеш нөктәһе” тамырланып ҡына ҡалмаҫ, ҙур олон ебә­реп, татлы емештәре менән ҡыуандырыр әле.
Читайте нас