136-сы башҡорт лицейы күркәм юбилейын билдәләне.
Быйыл республикабыҙҙың иң йәш белем усаҡтарының береһе – Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы асылыуға 25 йыл тулды. Шул уңайҙан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҙур байрам ойошторолдо. Ысынлап та, ул көндө мәҙәниәт усағын танырлыҡ та түгел ине. Күңелдәрҙе күтәрерлек көй яңғырай, фойе күркәм итеп биҙәлгән. Иң мөһиме, сығарылыш уҡыусыларының бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәте һаҡланған.
Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы директоры Шәмсулла Хәбибрахмановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, арҙаҡлы шәхес Мөхәмәт Исҡужин – белем усағын төҙөүгә иң күп көс һалыусыларҙың береһе. Тап Мөхәмәт Ғәле улының инициативаһы менән 1994 йылда Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә башҡорт лицейы асылған.
– Сирек быуат аҙ ғүмер түгел, – тине Шәмсулла Хәбибулла улы. – Ошо ваҡыт һуҙымында төрлөһөн кисерҙек: ҡыйынлыҡтарҙы ла үткәреп ебәрҙек, тос уңыштарға ла өлгәштек. Шул ҡыуаныслы, үҙебеҙҙең йөҙөбөҙ бар, лицей тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Хеҙмәтебеҙҙең һөҙөмтәһе – талантлы уҡыусыларыбыҙ. Алдынғы мәктәп тырыш ҡыҙҙары һәм малайҙары, киләсәккә ҡарап эш иткән тәжрибәле педагогтары менән билдәле. Лицейҙың 20 йыллығы алдынан беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов капиталь ремонт яһатып, матур бүләк эшләне – рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен еткерҙе.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Почет грамотаһы тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәфисә Ғәлиеваны күреү шатлыҡлы ине.
– Лицейҙа эшләү бәхете миңә лә тейҙе, – тине Рөстәм Рифат улы. – Иң бәхетле йылдарымдың береһе булған. Һуңынан иһә, башҡа урында директор вазифаларын башҡарғанда ошонда тупланған тәжрибәгә таяндым, төрлө идеяларға башланғыс нәҡ лицейҙа һалынған.
Белем усағы сафҡа ингәндән алып бында ниндәй генә алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар эшләп китмәгән, әммә алты педагог – Шәмсулла Хәбибрахманов, Әлфиә Шәрипова, Луиза Моталова, Гөлсәсәк Ғәзизуллина, Нәфисә Ғәлиева һәм Дилара Ҡаһарманова әле лә лицейға тоғро.
Белем усағын төрлө йылдарҙа 1 156 кеше тамамлаған. Бөгөнгө көндә 773 уҡыусы белем ала, 51 уҡытыусы эшләй.