Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы ҡылҡәләм оҫтаһы Федор Кащеевтың исеме республикабыҙҙан тыш тотош илебеҙҙә лә яҡшы таныш. Ошо көндәрҙә Федор Александрович 85 йәшлек юбилейын билдәләне.
Күркәм байрам айҡанлы, Асҡын районының Асҡын ауылындағы “Тирмән” балалар ижады үҙәгендә ижад әһеле менән ижади осрашыу ойошторолдо, бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне. Шулай уҡ Асҡын ауылының 1-се мәктәбендә лә оҫта уҡыусы балалар менән осрашты, уңыш сере тураһында һөйләне.
– Тыуған яғыма һәр саҡ ҡанатланып ҡайтам, еңелсә тулҡынланыу ҙа юҡ түгел, – ти сығышы менән Асҡын районынан булған рәссам. – Балаларҙың рәсем төшөрөүгә ынтылыуын күреү айырыуса ҡыуаныслы.
Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, Федор Александрович ише шәхестәр үҫеп килгән йәш быуынға һәр йәһәттән дә өлгө булып тора.