Белем һәм тәрбиә
10 Декабря 2019, 11:59

Сафлыҡ нуры бөркөп донъяға…

Күренекле балалар яҙыусыhы, билдәле ғалимә һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Әбүталипованың тормош юлы үҙенсәлекле. Ул донъяға сафлыҡ нуры бөркөп, Стәрлетамаҡта Рәшиҙә Ғүмәр ҡыҙы менән Әсхәт Әхмәтгәрәй улы Әбүталиповтар ғаиләһендә тыуған.

“Көндәлек эш – үҙе үк ҙур бәхет”.


Күренекле балалар яҙыусыhы, билдәле ғалимә һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Әбүталипованың тормош юлы үҙенсәлекле. Ул донъяға сафлыҡ нуры бөркөп, Стәрлетамаҡта Рәшиҙә Ғүмәр ҡыҙы менән Әсхәт Әхмәтгәрәй улы Әбүталиповтар ғаиләһендә тыуған.


Күренекле шәхес


Ата-әсә биш балаһын һәр яҡлап үҫтерергә тырыша: балалар хеҙмәт яратып, әхлаҡи тәр­биә алып үҫә, әҙәби ижад менән мауыға. Иң изге рухи мираҫ­тарҙың береһе – йыр-моң. Атаһы Әсхәт ағай гармунда, үҙ ҡулдары менән яhаған скрипкала матур итеп уйнай, әсәһе Рәшиҙә апай, өләсәһе Рәбиға инәй башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫтаhы була. Балалары “Уйыл”, “Азамат”, “Сибай”, “Мәҙи­нәкәй”, “Гөлъямал”, “Һандуғас” һәм башҡа бик күп йырҙарҙы ата-әсәләренән отоп ҡала.
Шиғриәткә һөйөү ғаиләлә һалына. Рәмзәнә Гүзәл апаhы менән тәүге шиғырҙарҙы атайҙары етәкселегендә яҙып ҡарай. Балаларының ҡыйыуһыҙ ғына ижад емешен дә ҡыуаныс менән көтөп ала хәстәрлекле атай. 1964 йылда “Башҡортостан пионеры” гәзитендә “Ҡар яуа” шиғырының донъя күреүе ҙур ғаилә өсөн оло байрамға әүере­лә. Артабан бындай уңыштан ҡанатланған ҡыҙҙарҙың шиғыр­ҙары, мәктәп, ауыл тормошо тураhындағы мәҡәләләре рес­публиканың гәзит-журналдарында даими баҫылып тора. Балалар араhында уҙғарылған әҙәби конкурстарҙа ҡатнашып, бер нисә тапҡыр призлы урын яулай улар. Башҡорт АССР-ының 50 йыллыҡ юбилейына арналған “Республикам минең” шиғырҙар конкур­сының еңеүсеһе була.

Рәмзәнә Иҫке Бәпес урта мәк­тәбенең 8-се класын тамамлағас, уҡыуын Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында дауам итә. Был данлыҡлы мәк­тәптә уҡыу, күренекле яҙыусы­лар, сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар Рәмзәнәлә киләсә­ген туған тел һәм әҙәбиәт менән бәйләү теләге уята. Шуға ла БДУ-ның филология факультетына уҡырға инеүе – тәбиғи хәл.
Юғары белемле йәш белгес 1976 йылда Ҡырмыҫҡалы райо­нының Иҫке Бәпес урта мәктә­бендә директорҙың тәрбиә эштә­ре буйынса урынбаҫары һәм уҡытыусы булып эш башлай, артабан Белорет ҡалаһының интернат-мәктәбендә эшләй. Күпме­лер һөнәри тәжрибә туп­лап, 1983 йылда кендек ҡаны тамған Стәр­летамаҡҡа әйләнеп ҡайта һәм бына бер нисә тиҫтә йыл үҙенең тыуған ҡалаһы халҡына хеҙмәт итә. 1987 йылда ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына эшкә саҡырыла. Әлеге ваҡытта Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Әбүтали­пова – БДУ-ның Стәрлетамаҡ фи­лиалында башҡорт филоло­гия­һы кафедраһы профессоры.
Республикала Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы – тәү сиратта ғалимә була­раҡ билдәле шәхес. Ул 1995 йылда Мәскәү ҡалаhында “Рус телле уҡыусыларҙы башҡорт грамотаhына өйрәтеү” тигән темаға педагогия фәне буйынса кандидат­лыҡ диссертацияhы яҡлай, 2000 йылда доцент дәрәжәhенә эйә була. 2009 йылда “Башҡорт телендә аспектуаллек функциональ-семантик катего­рияһы” темаһына филология фәндәре буйынса докторлыҡ диссерта­цияһын уңышлы яҡлай.


Абруйлы педагог


“Докторлыҡ диссертацияһын яҙыу күп көс һәм ныҡышмалылыҡ талап итте. Фәнде ижадтан, ижадты фәндән айырып ҡарау мөмкин түгел, минеңсә: фән дә, ижад та туҡтауhыҙ эҙләнеүҙәргә, уйланыуҙарға, йәшәйеш hәм беҙҙе уратып алған донъяны мөмкин тиклем тәрәнерәк аңлау­ға, өйрәнеп белеүгә нигеҙләнгән. Алдыңа юғары маҡсат ҡуйып, шул маҡсатҡа өлгәшеү йүнәле­шен­дә башҡарылған hәр көндә­лек эш – үҙе үк бәхет, сөнки ирешелгәнгә ҡәнәғәтләнеп, хушhынып ултырыу эске торғон­лоҡҡа, битарафлыҡҡа килтерә кеүек”, – ти ул.
Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы фән өлкә­һендә арымай-талмай эшләй: 250-гә яҡын ғилми, ғилми-методик мәҡәлә, ике монография, утыҙлап дәреслек, методик һәм уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары авторы hәм авторҙашы. Улар араhынан башҡорт балалар баҡсаhы өсөн тәүге дәреслек “Ләйсән” һәм уға методик ҡулланманы (автор­ҙаштары – Г.И. Әмирха­нова, М.Б. Юлмөхәмәтов), “Йәш уҡы­тыусыға ярҙамға” методик ҡул­лан­маһын, “Бүләк” дәрес­легенә методик ҡулланманы (автор­ҙаштары – Х.А. Толомбаев, М.С. Дәүләт­шина), “Тел уҡытыу ме­тодикаһы буйынса термин­дарҙың русса-башҡортса hүҙлеге”н (автор­ҙашы – Ә.В. Камалетдинова), “Башҡорт телендә аспектуаллек функциональ-семантик катего­рияһы”, “Төрки телдәрҙә аспектуаль мәғәнәләрҙе репрезентациялаусы саралар” исемле монографияларын, “Башҡорт те­лендә аспектуаллек катего­рияһы” уҡытыу-методик комплексын айырым билдәләп үтергә мөмкин. 2013 йылдан Рәсәй ғилми фонды, Рәсәй фундаменталь тикше­ренеүҙәр фонды эксперты. Башҡорт телен уҡыу-уҡытыу методикаһының актуаль проблемаларына арналған мәҡәләләре “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында даими баҫылып тора. 2007 йылда Р.Ә. Әбүта­липова журналдың лауреаты була.
Танылған ғалимә-методист башҡорт теле уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтә, ғилми-методик семинарҙарҙа лекциялар уҡый, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының квалификацияһын камиллаштырыу курсына етәкселек итә.

“Хөрмәтле Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы! – тип яҙа 23 йыл элек СДПИ-ның башланғыс кластар факультетын тамамлаған педагог – Салауат ҡалаһының 19-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенән “Йыл уҡытыусыһы-2019” конкурсы лауреаты Альмира Шәм­сет­динова. – Һеҙ беҙҙең төркөм ҡыҙҙары өсөн иң абруйлы, тәр­типле, икенсе әсәй ролен баш­ҡарған кеше булдығыҙ, уҡы­тыусы һәм ысын ҡатын-ҡыҙ бу­лырға өйрәттегеҙ. Әлеге көнгә тиклем беҙгә үрнәк булып тора­һығыҙ. Рәхмәтле уҡыусыларығыҙ бик күп, һеҙгә ҡарап ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ”.
Талпынып барыр эше, ярат­ҡан кешеһе, үҫеп еткән улы бар Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙының. Тормош иптәше отставкалағы подполковник, һөнәре буйынса врач Рауил Ибраһим улы Сәйфуллин менән иңгә-иң терәп 40 йылдан ашыу татыу ғүмер итәләр. Улы Рөстәм атаһы кеүек үк боронғо башҡорт көйҙәрен ҡурайҙа hыҙҙырып уйнай, әсәһе кеүек шиғырҙар яҙа.


Шиғыр әсәһе


2000 йылдан Р.Ә. Әбүта­ли­пова – Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаhы.

“Әнисә, йәшең нисә?” исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1993 йылда донъя күрә. “Асыуланма, Сыбарҡай”, “Сиңерткә йәшенмәк уйнай”, “Мин үҫәм”, “Бесәй быйма эсендә” исемле китаптары сыға. 1997 йылда “Шаңдау” йыйын­тығында өлкәндәргә тәғәйен­ләнгән “Яҙ һөйөнсөһө” тип аталған китабы баҫыла. Ул үҙен башҡа жанрҙарҙа ла hынап ҡарай: хикәйә, әкиәт hәм скетч­тары республика матбуғатында даими баҫылып тора. Мәҫәлән, “Ағиҙел” журналында “Серем – йөрәк сирем” исемле драма әҫәре донъя күрҙе. Талантлы яҙыусының балалар өсөн шиғыр­ҙары дәреслектәргә, уҡыу-уҡытыу методик ҡулланма­ларына, өлкән­дәр өсөн әҫәрҙәре “Башҡорт шиғриәте антоло­гияһы”, “Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков”, “Балалар әҙәбиәте антологияһы” баҫмаларына индерелгән.
Йөрәгемде сикһеҙ шатлыҡ

биләй,

Мин бит әсә, шиғыр әсәһе!

Була күрһен шиғыр-

сабыйымдың

Яҡты яҙмыш, аҡ киләсәге! – тип яҙа Рәмзәнә Әбүталипова. Ысынлап та, шиғыр әсәһенең теләктәре ҡабул булды бөгөн. Уның кескәйҙәргә тәғәйенләнгән нур сәсеп торған шиғырҙарын балалар баҡсаһында, башланғыс мәктәптә яратып өйрәнәләр, ятлап-отоп та алалар.
Рәмзәнә Әбүталипова йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Стәрлетамаҡ ҡала башҡарма комитеты рәйесе, Стәрлетамаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе була, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының II һәм III съездары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәм­ғиәте съезы эшендә һәм Баш­ҡорт­остан яҙыусылары съездарында делегат булараҡ ҡатнаша. Башҡортостан хөкүмәте ҡара­мағындағы “Башҡортостандың дәүләт телдәре буйынса советы”, Стәрлетамаҡ ҡала башҡарма комитеты янындағы “Башҡортостан телдәре тураhында”ғы Законды ғәмәлгә ашырыу комиссияhы ағзаhы булараҡ, башҡорт телен пропагандалау өлкәhендә күп эш башҡара, матбуғатта, радио hәм телевидениела сығыш яhай.
Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Әбүта­липова – Башҡортостан Респуб­ли­каһының атҡаҙанған уҡытыу­сыһы, Башҡортостан Республи­каһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре.
Читайте нас