Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
10 Декабрь 2019, 16:38

Шәжәрәһен белгән хур булмаҫ

Нефтекама ҡалаһының 39-сы балалар баҡсаһында асылған башҡорт төркөмө бик сағыу сара – Шәжәрә байрамы үткәрҙе.

Балаларыбыҙ үҙ тамырҙарын белеп үҫһен.


Шәжәрә – башҡорт халҡының тарихына бәйле иң тәүге яҙма ҡомартҡыларҙың береһе, ата-бабаларҙан ҡалған, быуындан быуынға тапшырылған изге мираҫ. Элек-электән башҡорт ғаиләһе нәҫел ағасын тәшкил иткән шәжәрәне бик ҡәҙерләп һаҡлаған, ете быуынын яттан белгән һәм был белемде йәш быуынға аманат итеп ҡалдырған.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, совет осоро быуындар бәйләнешен тоташтырып торған ептәрҙең өҙөлөүенә булыш­лыҡ итте. 90-сы йылдарҙағы рухи күтәрелеш халҡыбыҙға үҙ тарихын, йолаларын, мәҙәниәтен тергеҙеү, артабан һаҡлау һәм үҫтереү өсөн ҙур этәргес көс бирҙе. Был тырыш­лыҡтың бушҡа булмауы күңелдәрҙе йылыта.
Эйе, һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙа милли асылға ҡарата ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта бара. Күптәр йәшәгән төйәгенең, ауылының тарихын бе­лергә ынтыла, ғаиләһенең шәжәрә­һен тергеҙергә, нәҫел ағасындағы быуындар бәйләнешен ентекләберәк асыҡларға тырыша.
Нефтекама ҡалаһының 39-сы балалар баҡсаһында асылған башҡорт төркөмө бик сағыу сара – Шәжәрә байрамы үткәрҙе. Әҙерлектең юғары кимәлдә башҡарылыуы сараның тәүге минуттарынан уҡ асыҡланды. Балалар ата-әсәләре менән бергә үҙҙәренең шәжәрә ағасын төҙөгән, милли аш-һыу әҙерләгән. Байрамға зал зауыҡлы итеп биҙәлгән, төрлө экспонаттарҙан, ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр ҙә һәр кемде үҙенә йәлеп итте.
Шәжәрә байрамы йыр, бейеү, уйындар менән аралашып барҙы. Сара барышында балалар ололар менән бергә үҙҙәренең ғаилә шәжә­рәһе менән таныштырҙы. Беҙ Әлет­диновтар, Сабировтар, Курниковтар, Филимоновтар, Сәйфул­линдар ғаилә­һе менән яҡындан таныштыҡ. Ата-әсәләр исеменән Регина Ансар ҡыҙы Ваһапова “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүен башҡарҙы, Альбина Алмас ҡыҙы Вәлиева йыр бүләк итте.
Был мәртәбәле сараға беҙҙе – ҡаланың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағза­ларын да саҡырғайнылар. Балалар­ҙың, атай-әсәйҙәрҙең сығыштарын шул тиклем кинәнеп, һоҡланып ҡа­раныҡ. Тәрбиәселәр Инзилә Рафаэль ҡыҙы Шәйәхмәтова, Ирина Әнис ҡыҙы Миһранбаева, музыкаль етәксе Гүзәл Нәфҡәт ҡыҙы Сәфиуллинаға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ башҡорт төркөмөн асырға булышлыҡ иткән балалар баҡсаһы мөдире Ләйлә Нил ҡыҙы Низамет­динованың һәм был башланғысты хуплаған ата-әсәләрҙең тырышлығы ҙур ихтирамға лайыҡ.
Форсаттан файҙаланып, шуны ла әйтеп үтәм: Нефтекамала “Ағинәй­ҙәр” ойошмаһы дүртенсе йыл эшләп килә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бик күп эш атҡарып өлгөрҙөк: мәктәп­тәрҙә, балалар баҡсаларында осра­шыуҙар үткәрәбеҙ, йәйге лагерҙа “Кәкүк сәйе”, “Бала һатып алыу” йола­һын күрһәттек, яҙыусылар ҡатнаш­лығында кисәләр, шиғырҙар бәйгеһе, милли байрамдар, спорт ярыштары һәм башҡалар. Был сараларға бар­лыҡ ҡатлам кешеләрен йәлеп итергә тырышабыҙ. Баймаҡта үткәрелгән һабантуйҙа, “Алтын тирмә” телевизион проектында ҡатнашып өлгөрҙөк. Әлеге ваҡытта “Йөрәк һүҙе” тип аталған шиғырҙар бәйгеһенә әҙерләнәбеҙ.
Шулай итеп, алда башҡараһы эш­тәрҙе барлап, киләсәккә өмөт менән бағып йәшәйбеҙ. Әкренләп дуҫтары­быҙ ҙа күбәйә, яҡын арала 39-сы балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән бәләкәстәр менән осрашырға ниәт иткәнбеҙ.
Йәш быуында үҙ халҡының тарихына, теленә, мәҙәниәтенә һөйөү уятыу йүнәлешендә бергәләп эшлә­гән­дә генә ҙур маҡсатҡа ирешеп бу­ла. Киләсәктә балаларыбыҙ үҙ тамырҙарын белеп, нәҫел ағасын ҡо­ротмай, ошо ерҙең хужаһы булып, ата-бабалар аманатына тап төшөр­мәй лайыҡлы йәшәр, тип ышанабыҙ.

Читайте нас