Белем һәм тәрбиә
9 Декабря 2019, 19:40

Йомробаштарҙы Тәтешле районынан эҙләгеҙ

Улар күршеләр алдында һис һынатманы.

Тәтешле районы – Пермь крайының Чернушинск районы менән дуҫлыҡ ептәрен булдырған. Ошо көндәрҙә Чернушка ҡалаһында ойошторолған Асыҡ шахмат фестиваленә яҡташтарыбыҙҙы ла саҡырҙылар. Йомробаштар бәйгеһе Советтар Союзы Геройы Сергей Красноперовтың яҡты иҫтәлегенә бағышланды.
Унда бөтәһе 120 шахмат оҫтаһы ҡатнашты, араларында спорт мастерҙары һәм спорт мастерлығына кандитаттар ҙа күп ине. Ярыш мәктәп уҡыусылары араһында ла, өлкәндәр араһында бик ҡыҙыу барҙы. Үрге Тәтешле ауылындағы 2-се мәктәптең математика уҡытыусыһы Елена Шәфиева гүзәл заттар араһында алдынғылыҡты бирмәне.
– Кескәй саҡтан шахматта уйнарға өйрәндем, мәктәптә уҡығанда һәр ваҡыт беренсе урындар бирелеүен хәтерләйем, математика уҡытыусыһы булыуымды алдан тойомлай торғайным, – тип һөйләй яҡташыбыҙ.
Ғөмүмән, Тәтешле районында спорттың күп төрҙәре яҡшы үҫешкән, шулар араһында шахмат тәүгеләр рәтендә.
Читайте нас