Йылайыр районының белем белем учреждениелары араһында “Донъя халыҡтарының Яңы йыл йолалары” тип аталған фестиваль старт алды. Уның сиктәрендә мәктәптең һәр класы йәки төркөмө иң тәүҙә берәй илде һайлай.
Артабан һайлаған иленең Яңы йыл йолаһына ярашлы бүлмәне биҙәй, традицион ризыҡтарынан табын әҙерләй һәм ил буйлап бәләкәй генә “сәйәхәт” ойоштора – костюмдар тегелә, байрамдың нисек үтеүе күрһәтелә, шул телдә шиғырҙар ятлана, йыр- бейеүҙәр күрһәтелә – һәр кемдең фантазияһы эшкә егелә.
Белем биреү ойошмаларының әҙерлеген район етәкселеге, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, “Ғаилә” район-ара үҙәге, райондың мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре вәкилдәренән торған махсус комиссия баһалай.
Илгиз Фәтҡуллиндың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһенән.