Белем һәм тәрбиә
13 Декабря 2019, 16:50

Ҡайһы мәктәптәр һайлап алынды?

Бөгөн, Башҡорт теле көнөн үткәрер алдынан, мәктәп директорҙарына башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын мультимедиялы комплекстар менән йыһазландырыу өсөн сертификаттар тапшырылды.

Бөгөн, Башҡорт теле көнөн үткәрер алдынан, мәктәп директорҙарына башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын мультимедиялы комплекстар менән йыһазландырыу өсөн сертификаттар тапшырҙылар.
Комиссия түбәндәге мәктәптәрҙе һайлап алған: Күмертау ҡалаһының 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты, Баймак ҡалаһының 4-се лицейы, Бөрө ҡалаһының 4-се мәктәбе, Өфө ҡалаһының 123-се лицейы, Мәләүез районының 1-се гимназияһы, Белорет ҡалыһының 21-се мәктәбе, Стәрлетамаҡтың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы, Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы, Өфөнөң 38-се мәктәбе, Йылайыр районының Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы, Нуриман районының Ҡыҙылъяр мәктәбе, Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы, Ейәнсура районының Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты, Архангел районының М. Горький мәктәбе, Ауырғазы районының Талбазы лицейы, Хәйбулла районының Өфө ауылы мәктәбе.
Быйыл заман талаптарына яуап биргән, ноутбуктар, мультимедиялы проектор һәм интерактив таҡталар менән ҡорамалландырылған 16 мультимедиялы комплекс һатып алыу өсөн аҡса бүленгән.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын бындай комплекстар менән тәьмин итеү республикала тормошҡа ашырылған “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы эшләнде.
Фото: ascreen.ru
Читайте нас