Бөгөн Салауат ҡалаһында үткән “Үҫеш биләмәһе” форумында йөҙөү буйынса спорт мастеры, Беларусияның Паралимпия буйынса йыйылма командаһы ағзаһы, эшҡыуар һәм бағыусы Алексей Талай ҡатнашты.
Ул үҙенең өлгөһө менән бөтә донъяла меңдәрсә кешене илһамландыра, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, тормошта бирелгән һәр мөмкинлекте файҙаланырға саҡыра.
Ул, һаулығында кәмселектәре булыуға ҡарамаҫтан, бик уңышлы бизнес төҙөгән, йөҙөү буйынса спорт мастеры исемен яулауға өлгәшкән, тхэквандо буйынса ҡара билбау алған. Шулай уҡ дүрт баланың бәхетле атаһы ла ул.
Форумда ҡатнашҡан уҡыусыларға бындай кеше менән аралашыуы бик ҙур мәртәбә булды. Үҫмерҙәр уны иғтибар менән тыңланы, саранан илһамланып ҡайтты.