Белем һәм тәрбиә
18 Декабря 2019, 07:27

“Үҫеш нөктәһе” үҫешкә саҡыра...

Райондың ике белем усағы – Федоровка ауылының 2-се һәм Бала Сытырман ауылы мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” белем үҙәге эш башланы. Һанлы, тәбиғи фән һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн матди-техник базаны яңыртыуға районға 3,2 миллион һум аҡса бүленгән.

“Мәғариф” милли проекты белем биреүҙең сифатын яҡшыртыу менән бергә уҡыу учреждениеларында уңайлы шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.


Республикала ошоға бәйле яңы мәктәптәр төҙөү, биналарҙы яңыртыу, ремонтлау, яңы технологиялар алыу эштәре йылдам бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тармаҡ алдына ҡуйған төп бурыстарының береһе лә был. Республика етәксеһенең күрһәтмәләренә ярашлы, төбәктә ошо тәңгәлдә бихисап эш башҡарыла.


Райондың ике белем усағы – Федоровка ауылының 2-се һәм Бала Сытырман ауылы мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” белем үҙәге эш башланы. Һанлы, тәбиғи фән һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн матди-техник базаны яңыртыуға районға 3,2 миллион һум аҡса бүленгән.


Уҡыусылар шөғөлләнәсәк кабинеттарҙы матур итеп биҙәкләгәндәр, уңайлы мебель урынлаштырылған, яңы йыһаздар ҡуйылған. Заманса уҡыу техникаһы менән йыһазландырылған юғары технологиялы майҙансыҡтар уҡыусыларға “Технология”, “Математика һәм информатика”, “Физик культура һәм хәүефһеҙ эшсәнлек нигеҙҙәре” предметтарын яңыса өйрәнеү мөмкинлеге бирә.


Бала Сытырман мәктәбе программа сиктәрендә күп функциялы ҡоролмалар, ноутбуктар, мобиль интерактив комплекстар, принтерҙар, аккумуляторлы дрелдәр, елемле пистолеттар, электр бысҡылары, медицина тренажерҙары, манекендар, беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн комплекттар һәм башҡа бик күп әйбер менән тәьмин ителгән дә инде.


– Элек уҡыусыларҙы кеҫә телефондарынан айырып булмаһа, хәҙер иһә “Үҫеш нөктәһе” кабинеттарынан сығарып булмай. Әлбиттә, егет һәм ҡыҙҙар ҙур ихласлыҡ менән дәрестәргә йөрөй, – ти “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге етәксеһе Рәйсә Сәлишева. – Бында рәхәтләнеп ял итергә, белем эстәргә мөмкинлектәр булдырылған, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған кабинеттарҙа дәрестәр федераль программа буйынса үткәрелә. Балалар командала эшләргә, фекерҙе дөрөҫ еткерергә, креатив идеяларҙы үҫтерергә һ.б. өйрәнеп кенә ҡалмай, ә шахмат уйнарға, мәғлүмәти технологияларҙы үҙләштереү мөмкинлеге лә ала.


Әйткәндәй, бөгөн мәктәптә 171 бала шөғөлләнә һәм тәрбиәләнә. Әлбиттә, “Үҫеш нөктәһе”нә уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусылар ҙа һөйөнә.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас