Белем һәм тәрбиә
18 Декабря 2019, 15:35

Өфөлә ошондай башҡорт мәктәптәре күберәк булырға тейеш!

Бөгөн баш ҡалабыҙҙың 2-се лицейына атаҡлы башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимов исеме бирелеү уңайынан иҫтәлекле таҡтаташ асылды.

Бөгөн баш ҡалабыҙҙың 2-се лицейына атаҡлы башҡорт яҙыусыһы Ғәли Ибраһимов исеме бирелеү уңайынан иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Быйыл йәмәғәтселек шәхестең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы киң билдәләне.

Сараға халыҡ күп йыйылды: яҙуысылар, ғалимдар ҡаланың зыялылары данлыҡлы шәхескә үҙенең ихтирамын күрһәтеү йәһәтенән Ленин районында урынлашҡан 2-се башҡорт лицейына килде.
Район хакимиәте башлығы Олег Котов йыйылған халыҡҡа, айырым атап яҙыусының ҡыҙҙары – Һөйөклө һәм Гүзәл Ибраһимоваларға рәхмәтен әйтте.

Артабан байрам лицейҙың эсендә дауам итте. Бында ҡунаҡтарҙы ҡул эштәре күргәҙмәләре, яҙыусыға арналған стендтарҙағы материалдар менән таныштырҙылар. Ә инде тантаналар залында байрам әҙипте иҫкә алыу менән башланып китте. Олег Котов үҙ сығышында Бөйөк Ватан һуғышы яугире, олуғ яҙыусының ижадтағы ҡаһарманлығына һоҡланыуын белдерҙе һәм киләсәктә йәштәрҙе, уҡыусыларҙы ватансыллыҡ рухында тәрбиәләү өсөн күберәк уның яҙған әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк тине.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев: “Башҡорт яҙыусыһына арналып мәктәп асыла икән, бында уҡыған балалар Яҙыусылар союзы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәргә тейеш, – тине. – Был Ленин районында әҙип исеме бирелгән тәүге мәктәп. Бында уҡығандар Башҡортостан, уның арҙаҡлы шәхестәре хаҡында яҙғандарҙы белеп үҫергә тейеш. Ғәли Ибраһимов әҫәрҙәрендә туған башҡорт халҡынан тыш, сыуаш, немец халҡы тураһында яҙып ҡына ҡалманы, ә шул телдәрҙә иркен һөйләште лә. Бына ниндәй ул башҡорт халҡы! Заманында Гете менән немец телендә һөйләшкән милләттең балалары булыуын бындағы уҡыусылар белеп үҫергә бурыслы! "Кинйә" романы менән ул үҙенә күптән һәйкәл ҡуйғайны!”

Сараны ҡурайсы Айрат Ҡарасов һәм уның тәрбиәләнеүселәре –“Сорнай” ҡурайсылар балалар ансамбле сығышы ла биҙәне. Яҙыусының ҡыҙҙары аталарының исеме мәңгеләштерелеүе, таҡтаташ асылыуы уңайынан бөтәһенә лә рәхмәт әйтте.


Хәмит Әбүбәкиров фотолары.
Читайте нас