Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Декабрь 2019, 13:22

Белгестәргә ихтыяж арта

80 йыл тарихы булған уҡыу йорто заман менән бергә атлай.

Бөрө ҡалаһы тиһәләр, ул, Өфөгә яҡын урынлашыуына ҡарамаҫтан, нисектер сит мөхит, йәһәннәмдә ятҡан төбәк шикелле күҙ алдына баҫа. Тәү ҡарашҡа ғына шулай тойола икән. Уның ҡарауы, бында тормош ҡайнай, хатта йәнле ҡайнай. Бөрөнөң йәштәр ҡалаһы булыуы ғәжәп бит! Кемдәрҙер белем эстәй, икенселәр хеҙмәт биографияһын бында башлаған, бүтәндәр иһә ғаилә ҡороп бынамын тигән йәшәй. Әйткәндәй, ошонда урынлашҡан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы быйыл үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уҡытыусылар институты булараҡ барлыҡҡа килгән уҡыу йортоноң ҡаҙаныштары күпме? Ниндәй проблемалар кисерә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу маҡсатында уҡыу йорто директорының стратегик үҫеш буйынса урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Винер ҒӘНИЕВ менән әңгәмәләштек.


– Башҡорт дәүләт универси­тетының Бөрө филиалы – республиканың төньяҡ-көн­байыш райондары өсөн кадр­ҙар әҙерләүсе төп юғары уҡыу йорто. Һандар теле менән һөйләгәндә, 80 йыл эсендә күпме белгес әҙерләнгән?

– Ысынлап та, БДУ-ның Бөрө филиалы Башҡортостанда иң боронғо һәм иң абруйлы уҡыу йорттарының береһе һанала. Быйыл белем усағы күркәм юбилейын ҡаршылай. Һигеҙ тиҫтә йыл эсендә халыҡ хужалығының төрлө тарма­ғына 65 меңдән ашыу юғары квалификациялы белгес әҙерләнгән.
– Уҡыу йортоноң абруйын төплө белгестәр әҙерләү генә түгел, ә уларҙың һайлаған һөнәре буйынса эшләү күр­һәткесе лә күтәрә. Ихтыяж ҙурмы һеҙҙең белгестәргә?

– Юғары уҡыу йортоноң төп үҙенсәлеге – студенттарҙың 80 проценттан ашыуын ауыл мәктә­бен тамамлаған ҡыҙ һәм малайҙар тәшкил итә. Юғары уҡыу йортоноң төп маҡсаттарының береһе – республика райондары өсөн кадрҙар әҙерләү. Студенттарҙың 70 проценты – педагогик йүнәлеш, ә ҡалғаны башҡа өлкәгә ҡараған һөнәр буйынса белем ала. Филиалдың сығарылыш студенттары башлыса үҙҙәре һайлаған һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлай. Уҡыу йылы һуңында “Эш урындары вакансияһы” йәрмин­кәһе уҙғарыу традицияға әйләнгән. Унда республика райондарынан ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә эш тәҡдим итеүселәр килә. Һуңғы йылдарҙа Ханты-Манси автономиялы округынан, Ямал-Ненец автономиялы округынан юлланған вәкилдәрҙең беҙҙең сығарылыш студент­та­рының 40 процент тирәһен үҙҙә­рендә эшкә урынлаштырыуы – шуға асыҡ миҫал.
Ғөмүмән, хеҙмәт баҙарына ярашлы, шулай уҡ эш менән тәьмин итеүселәрҙең һорауы буйынса, уҡыу йорто юғары һәм махсус профессиональ белем биреү программаһын киңәйтеү өҫтөндә эшләй. Быларҙың барыһы ла БДУ-ның Бөрө филиалын йәштәргә яҡынайта һәм уның артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә.
– Винер Вәлиәхмәт улы, бөгөн нисә студент ниндәй йүнәлештәр буйынса белем ала? Бюджет урындарының күпме икәнен дә белге килә. Берҙәм дәүләт имтиханын биргән абитуриенттарҙың белем кимәле ҡәнәғәтлән­де­рәме?

– БДУ-ның Бөрө филиалына алты – физика һәм математика, социаль-гуманитар, филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар, биология һәм химия, педагогика, инженер-технология факультеттары ҡарай. Колледж иһә айырым структура йүнәлеше һанала. Уҡытыу, ғилми һәм методик эш­тәрҙе 10 кафедра башҡара. Әле 3000-ләп студент көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә ун йүнәлештең 27 профиле буйынса белем эстәй. Шуныһы ҡыуандыра: бюджет урындары йыл һайын артыуға бара. Дәүләт имтихандары һөҙөм­тәләре менән килгән абитуриент­тарҙың белем кимәле юғары.
– Һеҙҙең уҡыу йортона бакалавриат, магистратура программалары буйынса абитуриенттар ҡабул ителә. Һуңғы йылдарҙа тағы ниндәй яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килде?

– Эйе, уҡыу йортонда бакалавриат, магистратура программалары буйынса абитуриенттар ҡабул ителә. Һуңғы ваҡытта баҙар иҡтисады ҡушыуы һөҙөмтәһендә һәр факультетта яңы йүнәлештәр асыу буйынса эштәр алып барыла. Мәҫәлән, инженер-технология факультетында “транспорт-технология машиналарын һәм комплекстарын эксплуатациялау” йүнәле­ше, “техносфера хәүефһеҙлеге” йүнәлеше буйынса “янғын хә­үефһеҙлеге” һәм “инженер-эколог” профилдәре асылды. Ә социаль-гуманитар факультетта “дәүләт муниципаль идаралығы” йүнә­леше, биология һәм химия факультетында “биоэкология”, “тәби­ғәтте файҙаланыу экологияһы”, физика һәм математика факультетында “робот техникаһы”, “математика һәм информатика” йүнә­лештәре булдырылды. Киләсәктә “дизайн”, “материалдар ғилеме” кеүек йүнәлештәр асыу күҙ уңында тотола.
– Әлбиттә, бөтә был яңы­лыҡтар, үҫеш күрһәткестәре – уҡыу йорто педагогтарының хеҙмәт емеше. Әйҙәгеҙ, улар тураһында ла әйтеп үтәйек.

– Бөгөн юғары уҡыу йортонда 150-нән ашыу педагог эшләй. Уларҙың 83,8 проценты – фән докторҙары һәм кандидаттары. Был филиалда белем биреү кимәленең юғары булыуын раҫлай. Уҡытыусылар ғилми-тикшеренеү эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнә. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары уңышлы яҡланыла. Һуңғы биш йылда ғына 142 монография, 600-ләп дәреслек һәм уҡыу әсбаптары (шул иҫәптән 20-нән ашыу федераль мәғариф органдары грифы менән) нәшер ителгән. Ғалим­дарҙың ғилми мәҡәләләре һәм хеҙмәттәре Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, ә сит илдә лә донъя күрә. Фекерҙәштәрем Америка Ҡушма Штаттары, Төркиә, Голландия, Австралия кеүек алдынғы илдәрҙең юғары уҡыу йорттары мөғәллимдәре менән дә хеҙмәт­тәшлек итә.
– Белгестәр әҙерләүгә тағы кемдәр йәлеп ителә?

– Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә бүтән дәүләт ойошмаларынан һәм предприя­тиеларҙан да белгестәр йәлеп ителә. Улар студенттарҙың практикаларын ойоштороуҙа һәм уҡытыуҙа ҡатнаша. Шулай уҡ беҙҙең филиал Рәсәй Фәндәр академияһының ғилми учреждениелары һәм тармаҡтары, ғилми ойошмалар һәм предприятиелар менән берлектә фәнни-тикшеренеү эштәре үткәрә. Рәсәй Федера­цияһының ғилми гранттарында ҡатнаша, хәҙергә Федерация кимәлендә туғыҙ патент алынған.
Беҙҙә илдең ғилми үҙәктәре һәм юғары уҡыу йорттары менән ныҡлы ғилми бәйләнеш системаһы барлыҡҡа килде. Улар араһында Мәскәү дәүләт университеты, Ҡазан, Силәбе, Урал һәм Ульяновск дәүләт университеттары, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ла бар.
– Винер Вәлиәхмәт улы, фән менән шөғөлләнгән йәш­тәргә гранттар бирелә. Һеҙҙең студенттар ниндәй йүнәлеш­тәрҙә эшләй?

– Йәштәр әүҙем, улар төрлө йүнәлештә эш итә. Фундаменталь тикшеренеү Рәсәй фондының “Урал: тарих, иҡтисад, мәҙәниәт” төбәк конкурсы грантына дәғүә итте улар.
“Башҡортостан Республика­һының агроһатыу комплексында импорт урынлаштырыу стратегия­һын эшләү” фәнни-тикшеренеү проекты (етәксеһе – Е.В. Стовба, финанслау 2017 йылда булды, күләме – 200 мең һум), Рәсәй Федерацияһының Фәндәр институты “Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ һәм Ҡыуандыҡ райондары баш­ҡорттары фольклоры: экспедиция” (етәксеһе – доцент А.А. Фатхуллин, финанслау – 300 мең һум), Йәштәр эштәре буйынса “Ваҡыт йылғаһы” тарихи реконструкцияһының III Бөтә донъя студенттар фестива­ленең Икенсе этабын үткәреүгә федераль агентлығы гранты 1 900 мең һум тәшкил итте (етәксеһе – Р.Р. Хәмиҙуллин).
– Белем усағының матди-техник базаһы, төрлө уңай­лыҡ­тар тураһында нимәләр әйтер инегеҙ? Йәштәр буш ваҡытын ҡайҙа һәм нисек үткәрә?

– Юғары уҡыу йортоноң матди-техник базаһы ныҡлы. Ете уҡыу корпусы, биш дөйөм ятаҡ, ике уҡытыу-күнекмә спорт залы, киң профилле асыҡ стадион, тирә-яҡ мөхитте физик-химик бысраныуҙан һаҡлау экологик мониторингы лабораторияһы, композицион материалдар технологиялары лабо­раторияһы, агробиостанция, дендрарий, картиналар галереяһы, уҡыу йорто тарихы музейы, баш­ҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтши­наның музейы, зоомузей, ҡышҡы баҡса һәм башҡалар бар. Һ. Дәү­ләтшина музейы етәксеһе Гөлнур Ҡасҡынова ундағы экспонаттарҙы әленән-әле яңыртып тора. Картиналар галереяһында Рәсәй һәм республика рәссамдарының картиналары нигеҙендә күргәҙмәләр ойошторола. Лабораторияларҙа, агробиостанция һәм дендрарийҙа студенттар теоретик белемен ғәмәли яҡтан нығыта, фәнни тәжрибә үткәрә.
Уҡыу кабинеттары һәм лабораториялар заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. 23 компьютер класы бар, йәмғеһе 100 студентҡа 40 компьютер техни­каһы тура килә. Уҡытыу һәм идара итеү процесын мәғлүмәткә таянып алып барыу киң ҡулланыла. Редакция-нәшриәт бүлегенең эше маҡтауға лайыҡ. Китапхананың дөйөм фонды 500 меңдән ашыу дана уҡыу, фәнни һәм нәфис әҙәбиәттән тора. 490 урынға иҫәпләнгән дүрт уҡыу залы бар. Медиатека, электрон каталог, электрон китапхана системаһына һәм Рәсәйҙең төп ғилми китапханаларына инеү ҡаралған. Студенттар, уҡытыусылар һәм барлыҡ хеҙмәт­кәрҙәр өсөн заманса медицина хеҙмәте күрһәтеү ойошторолған.
Студенттарҙың буш ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Улар уҡыу йортонда ғына түгел, ә ҡалала үткән барлыҡ сараларҙа ҡатнаша. Күп йылдар инде Виталий Сә­ғәҙиев етәкселегендә уҡыу йор­тоноң “Биряночка”, инженер-технология факультетында милли халыҡ бейеүҙәре түңәрәктәре эшләп килә. “Орион” цирк сту­дияһы ла ныҡышмал йәштәрҙе үҙ янына туплай. Талантлы ҡыҙ һәм малайҙар “Өмөт” башҡорт һәм татар халыҡ театрына йөрөй, “Студент көҙө”, “Студент яҙы” фес­тивалдәрендә иһә һәр студентҡа үҙенең һәләтен асырға ҙур мөмкинлектәр тыуҙырылған. Уҡыу йорто студенттары, Өфөлә республика кимәлендә үткән “Студент яҙы-2018” фестивалендә ҡат­нашып, Гран-при яуланы. Алдынғы һәм әүҙем студенттарға Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына сәйәхәт итеүгә, Ҡара диңгеҙ тарафтарында ял итеүгә юллама бүленә.
– Винер Вәлиәхмәт улы, ысынлап та, юғары уҡыу йорто үҫеш юлында. Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, һеҙгә яңы үрҙәр, ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Бөрө ҡалаһы.
Читайте нас