Быйылғы йыл Өфө ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Ғәбитова өсөн айырыуса иҫтәлекле: ул “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе булып танылды.
Гөлшат Заһир ҡыҙы Белорет районының хозур тәбиғәтле Аҙналы ауылынан. Белорет педагогия колледжын тамамлағас, хеҙмәт юлын Оло йылға станцияһындағы урта мәктәптә башлай. Артабан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.
– Туған телгә һөйөү, әлбиттә, ғаиләлә һалына. Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит-журналдар күп булды, телевизорҙан гел Башҡортостан юлдаш каналының тапшырыуҙарын ҡараныҡ, иртәнсәк “Юлдаш” радиоһының сәләмләүенә уяна инек. Саф башҡорт мөхитендә үҫеүем, туған телемдә тәрбиә алыуым менән бәхетлемен, – ти Гөлшат.
Тәүәккәл холоҡло уҡытыусы төрлө бәйгеләрҙә үҙен быға тиклем дә һынап ҡараған. “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”нда еңеү яулаған, бер нисә йыл элек Өфө ҡалаһының Совет районында ойошторолған конкурста I урын алған.
– Бындай мәртәбәле бәйгеләрҙә ҡатнашыу, тәжрибә уртаҡлашыу – һәр уҡытыусы өсөн ҙур һынау. Конкурс барышында әллә күпме фекерҙәштәр таптым. Шаулап-гөрләп үтеп киткән матур сара күңелдә йылы иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Ул үҙе бер оло байрам кеүек булды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Гөлшат Заһир ҡыҙы.
“Бөгөнгө заман балаларын уҡытыу ауырмы?” – тип ҡыҙыҡһындыҡ уҡытыусынан.
– Уҡыусыларын шәхес итеп тәрбиәләү өсөн уҡытыусы үҙе лә күп уҡырға, даими камиллашырға, заман менән бергә атларға тейеш. Балаларҙың һәләтен үҙе һәләтле остаз ғына күрә һәм үҫтерә ала. Мин ваҡыты менән етди ҙә, талапсан да, урыны менән йомшаҡ та була беләм, – тип яуапланы Гөлшат.
Республиканың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй, иптәше менән Данияр исемле ул үҫтерә.