Белем һәм тәрбиә
27 Декабря 2019, 10:00

Ынтылыштары көслө

Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының ишеген асып инеү менән үҙеңде музейҙа йөрөгәндәй хис итәһең. Һәр кем балаларҙың ҡул эштәре менән таныша ала. Көҙгө йәрминкәгә айырым урын бүленгән. Хатта шахмат та ҡуйылған – йомробаштар йыш урала бында. Икенсе ҡатта бай музей асылған, ул һәр ваҡыт яңы экспонаттар менән тулыланып тора. Халыҡтың боронғо, әммә ҡиммәтле әйберҙәрен нәҡ ошонда тапшырыуы күпте һөйләй. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла гимназия-интернаттың директоры, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Дилбәр Фәтхетдиноваға туранан-тура бәйле.

– Беҙҙә 700-гә яҡын бала белем эстәй, интернат Миәкә, Йәрмәкәй, Әлшәй, Туймазы, Бишбүләк һәм башҡа райондарҙың балаларын үҙенең ҡанаты аҫтына алған, – тип һөйләй Дилбәр Ғайса ҡыҙы. – Һәр ҡыҙ һәм малай башҡорт телен камил белһен, туған теленә ҡарата һөйөү менән ҡараһын өсөн педагогтар бөтә көсөн һала. Мөғәллимдәрҙең түккән көсө бушҡа түгел, ысынлап та, балаларҙың телде өйрәнеүгә ынтылышын күреү шул хәтлем ҡыуаныслы.
Директорҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо изге маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа милли матбуғат та ҙур роль уйнай, шул уҡ ваҡытта гәзит һәм журналдар – уҡытыусыларҙың төп ярҙамсыһы ла. Айырыуса республикабыҙҙың төп башҡорт баҫмаһы “Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзите һәр педагогтың өҫтәл китабына әйләнгән.
Белем биреү учреждениеһында “Ынйылар” гәзитенең нәшер ителеүен күреп һөйөндөк. Ҡайһы берәүҙәр “гәзит-журналдарҙың ҡағыҙ вариантының киләсәге юҡ” тигән фекерҙә. Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатындағы баҫма бының киреһен иҫбат итә.
22 йыл эшләү дәүерендә белем усағы 556 балаға белем һәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарған, шуларҙың 65-е гимназияны миҙалға тамамлаған.
Читайте нас