Беҙҙең мәктәптә шундай йола йәшәй: биҙәлгән шыршыны байрамға тиклем бер кем дә алдан күрергә тейеш түгел. Шуның өсөн дә серле, тылсымлы тойола Яңы йыл кисәһе үтәсәк урын.
Беҙ түҙемһеҙлек менән спорт залы асылыуын көтәбеҙ. Урман һылыуҡайының тәмле еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Ҡыҙҙар - ҡар бөртөктәре, ә малайҙар йәнлектәр булып кейенгән. Әсәйем дә миңә марляны крахмалда ҡатырып, ҡупшы күлдәк текте. Картон ҡағыҙ өҫтөнә шыршы уйынсығы ватыҡтарын теҙгәс, бик матур ҡалпаҡ та килеп сыҡты. Бер-беребеҙҙең күлдәктәрен күҙ ҡарашы менән генә сағыштырабыҙ, йәнәһе лә кемдеке матурыраҡ, сағыуыраҡ.
Бына, ниһайәт, спорт залының ишектәре асылды. Беҙ шунда ағылдыҡ.
Әкиәт иленә килеп индекме ни! Шыршы ылыҫтарындағы ят-ят уйынсыҡтар, төрлө төҫтәр менән балҡыған уттар күҙҙең яуын ала! Мин шыршы тирәләй бер-ике тапҡыр йөрөп сыҡтым, бигерәк тә әйләнеп ултырған ялтыр шарҙар хайран итте. Беҙҙең мәктәп шыршыһы – иң йәмлеһелер ул донъяла! Үҙемде урманда йөрөгән Ҡарһылыуҙай хис иттем, бына-бына йәнһүрәттәгесә шаян йәнлектәр килеп сығыр төҫлө...
Беҙгә байрам линейкаһына теҙелергә ҡуштылар. Ҙур, иркен спорт залы тарайып китте – уҡыусылар шундай күп! Беҙ, беренселәр генә, етмештән ашыубыҙ.
Мәктәп директоры Яңы йыл менән ҡотланы, уҡыу алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Һуңынан барыбыҙ ҙа Яңы йыл тамашаһын ҡарарға ултырҙыҡ.
Залға аҡ һаҡаллы, алһыу битле, көр тауышлы Ҡыш бабай килеп инде. Бына ниндәй була икән ул ысын Ҡыш бабай... Ҡыҙыл толобо, аҡ быймаһы ниндәй килешле! Ниңәлер янымда ултырған өлкәнерәктәр уны үҙебеҙҙең йыр уҡытыусыһына оҡшатты... Әйтерһең, уҡытыусыбыҙҙың һаҡалы бар, ҡаштары ла ул тиклем ҡалын түгелсе.
Ҡыш бабай беҙҙе йырларға, бейергә саҡырҙы, бүләктәр менән тулы тоғон асты.
– Йә әле, ҡыҙым, шиғыр һөйләп күрһәт!– тип Ҡыш бабай миңә табан килә башламаһынмы! Етмәһә, исемем менән өндәшә. Ҡайҙан белде икән ул исемемде? Барыһы ла миңә төбәлгән, уҡытыусыбыҙ ҙа сыҡ тип ишаралай.
Бөтә ҡыйыулығымды йыйып шыршы янына атланым. Аяҡтарым хатта иҙәнде тоймай, йөрәгем йыш-йыш тибә, битем уттай яна. Ҡыш бабайҙың янына барырға шөрләтә,уның эргәһендә мин бөтөнләй бәләкәс кенә күренәм.
Ҡулыма микрофонды ҡыҫып тотоп ятлаған шиғырымды бер тында һөйләп бөттөм.
-Һай, малаҙис, ниндәй матур һөйләнең! – тип Ҡыш бабай ҡулыма китап тотторҙо.
Һаҡ ҡына ҡәҙерле бүләкте күкрәгемә ҡыҫып кире урыныма ултырҙым. Минән һуң башҡалар ҙа ҡыйыуланды: бер-бер артлы сығып шиғыр һөйләнеләр, йыр йырланылар. Һуңынан барыбыҙ ҙа шыршы тирәләй бейергә төштөк, күңелле йырға ҡушылдыҡ.
Мин Ҡыш бабай бүләген тиҙерәк атайым менән әсәйемә күрһәткем килде. Мәктәптән сыҡҡанда эңер төшкән ине инде. Ҡар яуып буранлап тора. Беҙҙең өй алыҫ ҡына, бер төркөм балалар бергә атланыҡ. Бәй, ағайым минең ҡаршыма килә ята икән, сана ла алған.
– Әйҙә, ултыра һал, әсәйемдәр буран булғас, һинең арттан ебәрҙе, – тине ул.
Мин китабымды ҡулыма тотоп санала китеп барам. Ағайыма әҙерәк үпкәләп ҡуйҙым әле, күҙ ҙә һалмаған буласы Ҡыш бабайҙың бүләгенә. Татлы хыялдарға бирелеп бара торғас йоҡлап киткәнмен ахыры.
– Ҡайтып еттек,– тигән тауышҡа терт итеп ҡалдым. Шунда уҡ китабымды тотоп өйгә ыңғайланым. Ишектән кереү менән атайым менән әсәйемә Яңы йыл кисәһе тураһында һөйләнем. Улар ҙа минең менән бергә шатланды, ҡыйыулығым өсөн маҡтап та ҡуйҙы.
Бына ҡулымда иң ҡәҙерле бүләк. Мин тырышып-тырышып китаптың исемен уҡыйым “Айгүзәлдең алтын асҡысы" тип яҙылған икән. Эй, ниндәй ҡупшы ҡыҙ төшөрөлгән уның тышына: зәңгәр күлдәктә, сәсе икенән үрелгән! Мин үҙемдең толомдарымды һыйпап ҡуйҙым... Ә ҡыҙҙың исеме ҡайһылай матур яңғырай – Айгүзәл! Минең әҙерәк кәйефем ҡырылды – миңә әллә ниндәй исем ҡушҡандарсы... Ә уныҡы – хәс тә әкиәттәгесә. Эх, һеңлем булһа, Айгүзәл тип ҡушыр инем... Әсәйемдән әллә күпме һораным, илап та ҡараным, башҡаларҙы һеңле-ҡустылы итәһең, ә миңә юҡ, тип. Тик барыбер бәпес алып ҡайтмай. Үҙе эшләгән дауаханала бәләкәс кенә малайҙар, ҡыҙҙар әллә күпме...
Китаптағы шиғырҙарҙы көн дә уҡыйым, ҡайһыларын ятлап та алдым. Тышындағы ҡыҙға һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарайым: шулай матур исемле, тыйнаҡ ҡыҙ булһаң икән ул!
...Йылдар үтте. Ҡыш бабайҙың Яңы йыл бүләге һаман иҫтә. Туған мәктәбемдең байрамса биҙәлгән спорт залы әле лә тылсымлылыр. Тормош серҙәренә алтын асҡыс яратыусы Айгүзәл исемле ҡыҙым да үҫеп етте.