Белем һәм тәрбиә
31 Декабря 2019, 08:29

Аҡыл менән эш итәйек

Бына Ҡабан йылы ла тамамланыуға бара. Оҙаҡламай Яңы йыл хужаһы – Сысҡан бурыс­тарын, шатлыҡ-һөйөнөстәрен тейәп килеп тә етер. Һәр кем йыл буйы башҡарған эштәрен барлар, йомғаҡлар, яңы йөкләмәләр билдәләр тынғыһыҙ, яуаплы мәл.

Бына Ҡабан йылы ла тамамланыуға бара. Оҙаҡламай Яңы йыл хужаһы – Сысҡан бурыс­тарын, шатлыҡ-һөйөнөстәрен тейәп килеп тә етер. Һәр кем йыл буйы башҡарған эштәрен барлар, йомғаҡлар, яңы йөкләмәләр билдәләр тынғыһыҙ, яуаплы мәл.


Йыл хужаһы Сысҡан һәммәбеҙгә лә бығаса булмағанса ҙур бурыс­тар йөкмәтәсәк, сөнки ул ҡытай йондоҙнамәһенең яңы 12 йыллыҡ циклын башлай һәм үткән 12 йыл эсендәге ҡаҙаныштарҙы ла баһалаясаҡ. Киләһе йыл нисек үҙебеҙҙе тотоуыбыҙҙан, тырышлығыбыҙҙан, йылдамлығыбыҙҙан торасаҡ алдағы йылдарға ышаныслы күпер һалыу-һалмауыбыҙ.


Әлшәй ҡыҙы, Раевка гимназияһында социаль педагог булып эшләгән Клара НИЗАМОВА ла тап ошо Сысҡан йылында уҡытыусы һәм фельдшер ғаиләһендә донъяға килгән.



– Йондоҙнамәгә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйем. Әммә ҡайһы ваҡыт характер һыҙаттарындағы ғәжәп оҡшашлыҡтарҙы күреп аптырашта ҡалған бар. Йыл хужаһы менән һеҙҙең холоҡ-фиғелдә лә уртаҡлыҡ булыуын шәйләйем.

– Һеҙ, моғайын, уның ҡыҙыҡһыныусан, даими рәүештә ниҙер өйрәнергә, белергә, уҡырға, үҙләштерергә тырышыуын күҙ уңында тотаһығыҙҙыр. Был йәһәттән мин, ысынлап та, Сысҡан инде, сөнки һөнәребеҙ шуны талап итә. Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетын тамамлағас, егерме йыл буйы ҙур теләк менән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. 2012 йылда хатта республикала ойошторолған конкурста ҡатнашып, финалға сыҡтым, “Йөрәгемде балаларға бирәм” тигән номинацияла еңдем дә әле. Етмешкә яҡын уҡытыусынан финалға сыҡҡан 16 кеше араһында булыуым миңә көс биргәйне ул саҡта. Тик… мәктәбебеҙ ябылғас, яратып башҡарған эшемдән ҡолаҡ ҡаҡҡас, тәүҙә аптырабыраҡ ҡалдым, әммә оҙаҡҡа түгел.


– Бында, моғайын, һеҙгә йыл хужаһы ярҙам иткәндер, ул бит ниндәй генә хәтәр, көтөлмәгән хәлгә тарымаһын, һәр осраҡтан сығыу юлын дә, әмәлен дә таба, тиҙәр…

– Мин дә, эшһеҙ ҡалғас, тоттом да үҙем уҡып сыҡҡан университеттың художестволы графика факультетына уҡырға индем. Ә һүрәт төшөрөү – минең күптәнге хобби. Айырыуса тәбиғәт күренештәре күңелемә яҡын. Балаларҙы матурлыҡты тойорға, баһаларға, рәсем төшөрөргә өйрәтәм хәҙер. Сысҡандың девизы ла “Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!” бит. Уңышҡа өлгәшәм тиһәң, тәүҙә белемеңде арттырыуҙан башларға кәрәк, тип аңлатмаҡсы ул.


– Тимәк, киләһе уңыштарҙың бөтә сере лә шунда: белем багажын байытыуҙа, маҡсаттарҙы аныҡ билдәләүҙә. Бәләкәй генә йән эйәһенең шундай олоғара маҡсаттарға ирешеү юлдарын эҙләүе, башҡаларҙың уйына ла, төшөнә лә инмәгән мөмкинлектәрҙе табыуы аптырата. Ярай инде, Ҡабан уҫаллығы, Ат көс-ҡеүәте, Үгеҙ тиҫкәрелеге менән алдыра, ә Сысҡан кеүек көсһөҙ бисараға ни эшләргә?

– Һеҙ уның хәйләне, уңайлы мөмкинлектәрҙе файҙаланыу һәләтен баһалап еткермәйһегеҙ. Бәләкәй булһа ла, ундағы кеүек сослоҡ, йылғырлыҡ кемдә бар?! Һәр кем менән килешеп, көсөргәнешле саҡта ярҙамға килә торғандыр.


– Әйткәндәй, тормош иптәшегеҙ Вил менән ғаиләгеҙгә ике бер туған баланы тәрбиәгә алып, уҡытып, оло тормош юлына сығарыуығыҙ тураһында ишеткәс, һеҙгә ҡарата ихтирамыбыҙ тағы ла артты. Яуаплылыҡтан һис тә ҡурҡмай торған аҫыл заттан икәнһегеҙ!

– Ниндәй эшкә тотонһаң да, йыл хужаһы ҡушҡанса, “ете ҡат үлсәп, бер тапҡыр киҫергә кәрәк”. Тормошоғоҙ алға тәгәрәп кенә торһон тиһәгеҙ, яҡындарығыҙ менән уртаҡ тел табырға, бәйләнеш булдырырға тырышығыҙ.
Ә беҙҙең балалар, шөкөр, буй еткереп, башлы-күҙле булды инде. Тәрбиәгә алғанда ун йәштә генә булған улыбыҙ хәҙер 23-кә етте, туй үткәреп, фатир алырға ярҙамлаштыҡ.
Ҡыҙыбыҙ ҙа кейәүҙә. “Балаларыңдың икеһе лә һиңә оҡшаған”, тип әйтһәләр, күңел тағы күтәрелеп китә. Ғөмүмән, тормош үҙе бик ҡатмарлы тойолһа ла, йәшәү формулаһы үтә ябай: уңыу-уңмауың үҙеңдән, һинең башҡаларға мөнәсә­бәтеңдән, яҡшылыҡ ҡылыу-ҡылмауыңдан тора.


– 2020 йыл киләсәк өсөн пландар һыҙыу, бәхетле тормошҡа маршрут билдәләү өсөн иң ҡулайлы осор буласаҡ, ти астрологтар. Эште нимәнән башларға кәрәк? Һеҙҙең фекерегеҙҙе лә ишеткебеҙ килә, Клара Рәүеф ҡыҙы.

– Минеңсә, барыбыҙға ла Сысҡан менән дуҫлашыу яғын ҡарарға, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, аҡыл менән эш итергә, ялҡаулыҡты еңергә, уңышты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышырға кәрәк. Ғөмүмән, йыл маҡсатҡа ынтылыусыларҙы, ихтыярлыларҙы “иркәләйәсәк”, финанс яғынан да улар “теҙгенде” ҡулдарында тотасаҡ.
– Эйе, йыл хужаһының төҫөнә һәм стихияһына ҡарағанда, күңелһеҙ­ләнергә тура килмәйәсәге билдәле. Йәмғиәттә лә, шәхси тормошта ла ҙур үҙгәрештәр вәғәҙәләй ул. Аҡыл менән эш итһәк, барыһы ла яҡшы булыр.
Читайте нас