Белем һәм тәрбиә
1 Января 2020, 15:00

Ялда ла уҡырға теләгәндәр күп!

З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ял көндәрендә нисек эшләүе тураһында ҡыҙыҡһыныусылар бар.

З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ял көндәрендә нисек эшләүе тураһында ҡыҙыҡһыныусылар бар. Улар өсөн – түбәндәге мәғлүмәт.

Китапхана 3, 4, 6, 8 ғинуарҙа 11.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем эшләй. Эш режимы ошо арала ғына ғына үҙгәреп тора, артабан ҡәҙимгесә дауам итә.
Әйткәндәй, Яңы йылды ҡаршылаған көндө баш ҡаланың Үҙәк китапханаһы “Һаумы, Яңы йыл!” байрамы һәм китап күргәҙмәһе үткәрҙе. Китап һөйөүселәр өсөн Өфөлә генә түгел, республика төбәктәрендә әленән-әле әҙәби, мәҙәни саралар ойошторолоп тора. Бигерәк тә “Туған телгә 100 аҙым” акцияһы халыҡ араһында киң популярлыҡ ала бара.
Автор фотоһы.
Читайте нас