Белем һәм тәрбиә
7 Января 2020, 12:52

Бындай белем биреү күберәк мөмкинлектәр аса

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатына – 65 йыл.

– Беҙҙе күп профилле полилингваль мәктәп итеп үҙгәртергә булғас, күп ата-әсәләр балалары өсөн башҡорт телен өйрәнеүгә мөмкинлек ҡалмаҫ йәки бик аҙ булыр тип ҡурҡҡайны, – ти Күмертауҙың 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Фәһим Боҫҡанов. – Киреһенсә, башҡорт телен уҡыу кимәле һәм ваҡыты һаҡланып ҡына ҡалманы, инглиз телен уҡытҡан педагог уны һәр дәрестә башҡорт теле менән сағыштырыу форсаты ла алды.


Яңыраҡ бында инглиз теле аҙналығы үткән. Унда инглиз теле уҡытыусылары башҡорт теле, физика, математика педагогтары менән берлектә полилингваль уҡыу йортона ярашлы дәрес биргән: бирелгән предметты аңлатыу баш­ҡорт, рус һәм инглиз телдә­рендә алып барылған. Яңыса уҡытыуға күсеү өсөн бындағы уҡытыусылар ошо өс телдә лә туған телендәге һымаҡ һөйләшә алырға тейеш икән.
Әйткәндәй, күп профилле полилингваль мәктәп булып эшләй башлау башҡа предметтарҙы кәметеүҙе аңлатмай. Педагогтар әйтеүенсә, һис юҡта ҡайһы берҙәрен дәрестән тыш сәғәттәргә лә күсерергә форсат була, әммә шуныһы хаҡ: нигеҙ пред­меттар тулыһынса һаҡланып ҡала.
Полилингваль уҡыу тәртибенә күсереү тураһындағы ҡарарҙағы исемлеккә 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты ла бар, ләкин күсеш үҙе этаплап алып барыласаҡ. Тәүге маҡсат – гимназия уҡытыусыларын квалификацияны камиллаштырыу курстарында үҙ предметы буйынса төп тер­миндарҙы башҡорт, рус һәм инглиз телендә белергә өйрәтеү. Артабан инде уларҙың инглиз телендә иркен һөйләшеүҙе үҙләштерәсәге лә күҙ алдында тотола.
Гимназия-интернатҡа балалар, нигеҙҙә, ауыл еренән һәм 5-се класҡа ҡабул ителә. Күбеһенсә улар – Башҡортостандың көньяҡ райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән. Себергә эшкә киткән ата-әсәләр ҙә йыш ҡына балаларын ошондағы интернатта ҡалдыра икән. Шулай ҙа уҡыусыларҙың төп өлөшө Күмертау ҡалаһы тирәләй урынлашҡан Көйөргәҙе, бынан тыш Күгәрсен һәм күршеләге Түлгән райондарына тура килә. Федоровка, Йылайыр, Мәләүез тарафтарынан килгәндәрҙе лә кире ҡаҡмайҙар. 408 баланың 230-ы интернатта йәшәй. Ике йөҙгә яҡыны – Күмертау ҡалаһы балалары, сөнки ҡалала башҡорт гимназияһы берәү генә.
– Беҙҙең уҡыу йортоноң абруйы юғары тип әйтер инем, берҙәм дәүләт имтихандарында ла һөҙөм­тәләр яҡшы, шуға ла ата-әсәләр балаларын бик теләп алып килә, – ти Фәһим Фәрғәт улы. – Уҡытыу про­цесы социаль-гуманитар һәм физика-химия профилдәрҙә алып барыла. Профилдәрҙе күберәк тә итергә булыр ине, ләкин бер профиль класында балалар һаны 15-тән кәм булмаҫҡа тейеш, шуға күрә IX кластарҙы һуңғы дүрт-биш йыл инде икешәрҙе тупларға тыры­шабыҙ.
Педагогтар коллективы төп бурыстарын уҡытыуҙы сифатлы алып барыуҙа һәм XI класты тамамлаған үҫмерҙәрҙе юғары уҡыу йортона инерлек итеп әҙерләүҙә күрә. “Профиль буйынса уҡытыу үҙен аҡлай: юғары уҡыу йорттарына уның нигеҙендә юғарыраҡ әҙерлек менән баралар һәм еңелерәк инеп китәләр”, – ти директор.
– Ниндәй йүнәлештә уҡырға икәнен балалар үҙҙәре һайлаймы, әллә быны педагогтар үҙҙәре хәл итәме? – тип һорайым директорҙан.
– Беҙ уларҙы уҡыған саҡта ниндәй предметтарҙы ҡыҙыҡһынып өйрәнеүен һәм һәйбәтерәк өлгәшеүен күҙәтеп барабыҙ, – ти ул. – Шулай уҡ ата-әсәләр менән дә һөйләшеү алып барыла һәм балаларының нимәгә нығыраҡ күңел һалыуын, артабан ниндәй профилдә уҡып алып китеүе маҡ­сатҡа ярашлыраҡ икәнен аңла­табыҙ. Туғыҙынсы класс өсөн имтихандарҙы һайлағанда бала­ларға ла төшөндөрәбеҙ: “Был имтихан һиңә нефть университетына ингәндә ярҙам итәсәк, тегеһе – медицинаға барғың килһә...”
Үҙ профилен, йәғни һәләттәрен шунда уҡ аңлай алмаған, дөрө­ҫөрәге – ҡарар ҡабул итергә ҡыймаған балалар ҙа була. Үҫмер саҡта тиҫкәрелек тә юҡ түгел, ата-әсәләрҙең дә педагогтар кәңәшенә ҡолаҡ һалып бармағандары булғылай. Бер ни ҡәҙәр үҙҙәре һайлаған профилдә уҡыған балаларҙан уҡытыусы имтиханды алып ҡарай, йәғни юғары уҡыу йортона инергә репетиция һымаҡ була инде. Шул саҡта баланың профилде дөрөҫ һайламағаны асыҡлана ла инде. Был саҡта педагогтар, уҡыусының ата-әсәһе менән тағы бер ҡат һөйләшеп, ошо йүнәлеште үҙгәртергә тырыша. Ни тиһәң дә, баланың киләсәк яҙмышы хәл ителә бит.
Гимназияны тамамлағандарҙың 90 проценты самаһы республи­каның юғары уҡыу йорттарын һайлай икән, шулай уҡ Мәскәү, Ҡазан институттарына ла инәләр. Быйыл Күмертауҙағы гимназия-интернатты 36 бала тамамлаған, шуларҙың 82 проценты бөгөн – юғары уҡыу йорттары студенттары.
– Беҙгә юғары белем алып сыҡҡан уҡыусыларыбыҙҙың артабанғы яҙмышын, ҡайҙарҙа эшкә урынлашыуын күҙәтеү бурысы ла йөкмәтелгән, – ти Фәһим Фәрғәт улы. – Был дөрөҫ талап, әлбиттә. Улар үҙҙәре уҡыған гимназияға килеп тә китә, төрлө сараларҙа теләп ҡатнашҡандары ла бар. Күптән түгел уҡыу йортобоҙҙоң 65 йыллығын билдәләп үттек. Ошо байрам сараһында ла төрлө сығарылыш уҡыусылары күп булды, бик күптәре кесе һабаҡ­таштарына бүләктәр тотоп килде.
Башҡорт теленә ҡарата иғти­бар бында ҙур. Дөйөм мәктәп саралары, педагогтар менән кәңәшмәләр һәр ваҡыт башҡорт телендә уҙа икән. “Ҡала мәктәптәрендә белем алған һәм шуға күрә башҡортса һөйләш­мәгән бер нисә уҡытыусы бар, ләкин улар ҙа башҡортса һәйбәт аңлай”, – ти директор. Линейкалар һәм радиолинейкаларҙы башҡортса ла, русса ла үткәрәләр. Шулай ҙа, етәксе әйтеүенсә, рус теленән берҙәм дәүләт имтиханының сифаты буйынса был гимназия русса уҡыған ҡала мәктәптәренән ҡалышмай, йыш ҡына юғарыраҡ кимәлдә лә үткәрә.
– Туған телеңде өйрәнеү һәм шул телдә уҡыу башҡа телдәрҙе, шул иҫәптән, әлбиттә – рус телен дә, өйрәнергә һис ҡамасауламай, ярҙам ғына итә, – тип ҡабатланы Фәһим Фәрғәт улы хушлашҡанда.
Читайте нас