Белем һәм тәрбиә
9 Ғинуар 2020, 13:15

Олимпиада ҡыҙыу бара

Һәр йылдағыса, уҡыусы балаларҙың ҡышҡы каникулында төрлө саралар ойошторола. Мәҫәлән, бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында VIII-XI класс уҡыусылары араһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада башланды.

– Быйыл үткән йылдарға ҡарағанда олимпиадала ҡатнашыусылар күберәк, – тип һөйләй Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе Гөлназ Ғәлиева. – Әле бер нисә кабинетта 395 егет һәм ҡыҙ өсөн ҡыҙыу һынау бара. Шул иғтибарға лайыҡ, республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан тыш Силәбе, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәһенән дә балалар килгән.
Конкурсанттар өсөн яңылыҡ бар – уларҙың һәр береһе “Башҡорт телен пропагандалау буйынса уҡыусыларҙың проект эше” тигән теманы яҡлай. Улай ғына ла түгел, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада федераль олимпиадалар исемлегенә индерелгән. Етмәһә, Өфө ҡалаһының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләгән олимпиада еңеүселәренең дөйөм балына өҫтәмә балл ҡушыла.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада 11 ғинуар тамамлана.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Читайте нас