Үткән йыл аҙағында, 24 декабрҙә, Рәсәйҙең Мәғариф өлкәһендә күҙәтеү һәм контроль идаралығы Өфө Көнсығыш иҡтисад-юридик, гуманитар академияһын аккредитациялауҙан баш тартҡан. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бер йыл элек ведомство тарафынан юғары уҡыу йортона белем биреүҙе федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы итеү кәрәклеге хаҡында иҫкәрмәләр әйтелгән. Тик әйтелгәндәр тейешенсә үтәлмәгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр 25 июндә юғары уҡыу йортоноң аккредитация срогы үткәйне. Бының эҙемтәһе шул: академияның үҙендә белем алғандарға дәүләт тибындағы диплом биреү хоҡуғы юҡ. Әммә был уҡыу ойошмаһындағы бар йүнәлештәргә лә ҡағылмай. Әлегә тиклем ошондай хәл Заман гуманитар академияһында ла теркәлгәйне.