Башҡортостанды тиккә генә төҙөлөш майҙанына тиңләмәйҙәр. Тиҙҙән Михайловка ауылында мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә башлаясаҡ.
Ысынлап та, беҙҙә төҙөлөш йылдам бара, ауылдарҙа ла был йәһәттән эш ҡайнап тора. Республика етәкселегенең айырыуса белем усаҡтарына етди иғтибар бүлеүе, үҙ сиратында, мәктәп һәм балалар баҡсаларының йыш сафҡа инеүе һөйөндөрә.
Тиҙҙән Өфө районының Михайловка ауылында заманса мәктәп һәм балалар баҡсаһы буласаҡ.
– Мәктәп – 640, ә балалар баҡсаһы 160 урынға иҫәпләнгән, – тип хәбәр иттеләр беҙгә. – Планға ярашлы, эш 2020 йыл аҙаҡтарына тамамланырға тейеш, тимәк, белем усаҡтары шул ваҡытта асылыр тип күҙаллана.