Белем һәм тәрбиә
10 Января 2020, 09:58

Башҡаларҙы ла өйрәтәсәктәр

Рудник биҫтәһендә яңы класс асылды.

Учалыла балаларҙың полиция формаһы кейеп партаға ултырыуы хәҙер ғәҙәти күренешкә әйләнде. 2016 йылда Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ярҙамында ҡаланың 1-се лицейында тәүге полиция класы асылғайны. 10-сы мәктәптә алты кадет класы иҫәпләнә.


Йүнәлешле кластарҙа белем алған ҡыҙ-малайҙар ҡала һәм районда уҙғарылған төрлө танта­наларҙа, Еңеү парадында әүҙем ҡатнаша. Ыҫпай формала, тура баҫып сафта йөрөгән балаларға һоҡланмау мөмкин түгел.


Ошо көндәрҙә полиция класы тағы берәүгә күбәйҙе. Учалы ҡа­ла­һының Рудник биҫтә­һен­дәге 2-се мәктәптә юл хәрәкә­те хәүеф­һеҙлеге класы асылды. Тантаналы сарала район хаки­миәте вә­кил­дәре, ЮХХДИ инспек­торҙары, уҡытыусылар, ата-әсәләр ҡатнашты.


Егерме дүрт уҡыусы, шартына килтереп, ысын хәрби­ҙәрсә, ант биргәндән һуң, махсус йүнә­лешле класҡа ҡабул ителде. Формалары күҙҙең яуын алырлыҡ: куртка, пилотка, шеврон, түш­кә таға торған билдә. Махсус кейемдәрҙе бала­ларға Учалы тегеү фабри­каһы оҫталары әҙерләгән.


– Бындай йүнәлештәге клас­тың тап беҙҙең мәктәптә асылыуына бик шатбыҙ. Уҡыусы­ларға хоҡуҡ һәм социаль фәндәр бу­йын­са тәрән белем алыу, йәм­ғи­әт үҫешенең социаль аспекттарын, граждандар хоҡуғын, юл хәрә­кәте хәүефһеҙлеге ҡа­ғиҙә­ләрен ентекле өйрәнеү өсөн өҫтә­мә шарттар булдырыласаҡ. Балалар шулай уҡ сафта йө­рөргә, пневматик ҡоралдан атыр­ға һәм башҡа хәрби дисциплина нигеҙ­ҙәренә төшө­нәсәк, физик әҙер­леккә лә иғтибар биреләсәк, – ти мәктәп директоры Марат Ғәйнуллин.


– Мин үҙем юл хәрәкәте ҡа­ғиҙәләрен һәр саҡ күҙәтәм, баш­ҡаларҙың да уларҙы инҡар ит­мәүен теләр инем. Махсус йүнә­лешле класта уҡыясағыма шатмын – тиҙҙән кескәйҙәргә ҡа­ғи­ҙә­ләрҙе үҙем өйрәтә ала­саҡмын. Ә үҫкәс, полиция хеҙ­мәткәре булып, кешеләргә ярҙам итергә хы­ял­ланам, – ти Тимур Малабаев.


Уның шатлығын уртаҡла­шырға тантаналы сараға Тимур­ҙың ата-әсәһе лә килгән.


ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре махсус йүнәлештәге кластың кура­торҙары булып тәғәйенләнәсәк. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен төплө итеп өйрәнгәс, уҡыусылар үҙ­ҙә­ре тиҫтерҙәре араһында, балалар баҡсаларында аңлатыу эше алып барасаҡ.


ЮХХДИ инспекторҙары са­раға буш ҡул менән килмәгән. Улар махсус класс уҡыусы­ла­рына дәрестә өйрәнеү өсөн юл билдәләре, ҡағиҙәләр төшө­рөлгән плакаттар бүләк итте.
Читайте нас