Белем һәм тәрбиә
10 Января 2020, 12:10

Башҡортостан Башлығы гранттары тапшырыласаҡ

Быйылдан мәғариф эшмәкәрлегендә юғары һөҙөмтәләр күрһәткәндәргә бер миллион һум күләмендә 20 грант тапшырыласаҡ. Ул һәр уҡыу йылы аҙағында республикабыҙҙың 10 ҡала һәм 10 ауыл дөйөм белем биреү ойошмаһына биреләсәк.

Башҡортостанда уҡытыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында төрлө проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Һөйөнөслө хәбәр еткерәбеҙ: белем сифатын күтәреүгә стимул өҫтәү һәм үҫешкә ҡоролған социаль мөхит булдырыу ниәтендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк етәксеһенең гранты тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, быйылдан мәғариф эшмәкәрлегендә юғары һөҙөмтәләр күрһәткәндәргә бер миллион һум күләмендә 20 грант тапшырыласаҡ. Ул һәр уҡыу йылы аҙағында республикабыҙҙың 10 ҡала һәм 10 ауыл дөйөм белем биреү ойошмаһына биреләсәк.
Указ нигеҙендә шулай уҡ һайлап алыу конкурсы тураһында положение ла раҫланды.
Ауыл мәктәбенә лә, ҡала мәктәбенә лә берҙәй тигеҙ ҡараш булдырыу бөтә яҡтан да отошло. Бөгөн белем усағында ең һыҙғанып эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Читайте нас