Уның әйтеүенсә, яңы ҡағиҙә рәсем, музыка, физкультура кеүек фәндәр өсөн «зачет» билдәһе ҡуйырға мөмкинлек бирәсәк. Ҡайһы бер мәктәптәр был тәжрибәне күптән ҡуллана, әммә аттестат алған ваҡытта барлыҡ билдәләр ҙә биш баллы системаға яраҡлаштырыла.
«Бөтә бала ла йүгерергә, һикерергә, һүрәт төшөрөргә һәм йырларға ярата. Бәлки, был бөтә кешенең дә яҡшы килеп сыҡмайҙыр, әммә, минеңсә, музыкаға һәләте юҡ тип кенә аттестатҡа «өслө» ҡуйыу дөрөҫ түгел», - тине министр һәм әлеге уңайҙан мәктәпкә һайлау мөмкинлеге бирелеүен иҫкәртте.