Башҡортостан мәктәптәрендә башланғыс класс уҡыусылары быйыл 1 сентябрҙән бушлай туҡлана башларға тейеш. Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһен торморшҡа ашырыуға арналған кәңәшмәлә Мәғариф министрлығына ошондай күрһәтмә бирҙе.
– Был мәсьәләне күп тапҡыр тикшерҙек, уның буйынса Хөкүмәттәге социаль блок менән дә фекер алыштыҡ, ләкин әлегә быға әҙер түгел инек. Әммә хәҙер мәктәптә туҡланыу йәһәтенән Рәсәйҙә алдынғы төбәк булыуыбыҙҙы һәм яҡшы база төҙөүебеҙҙе иҫәпкә алып, 2020 йылдың 1 сентябренән башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыуға күсергә тәҡдим итәм, – тине төбәк Башлығы.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, муниципалитет башлыҡтары мәсьәләне контролдә тоторға, аҙыҡ-түлектең сифатына айырым иғтибар бирергә тейеш. “Мәктәптә сифатлы туҡланыу – балаларыбыҙ һаулығының нигеҙе ул”, – тигән фекерҙә республика Башлығы.
Мәғәриф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, әле 20-30 бала белем алған һәм ҡайнар аш ситтән килтерелгән ҡайһы бер аҙ комплектлы мәктәптәрҙә генә туҡланыуҙы ойоштороуға бәйле ҡыйынлыҡтар бар.
– Беҙҙең бурыс – 1 сентябргә тиклем бындай белем усаҡтарында ҡайнар ашты, мөмкинлек булһа, урында әҙерләүҙе, һис юғында, ташыуҙы тәьмин итеү. Әле республика мәктәптәрендә башланғыс кластарҙа 220 мең бала иҫәпләнә. Күҙаллауҙар буйынса, уларҙың һаны 225 меңгә тиклем артасаҡ, – тине министр.