Республикабыҙҙың көньяҡ-көнбайышында “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгәндә Бәләбәй ҡалаһында йәшәнем. Баш ҡаланан килеп төшкән тәүге көндәрҙә үк бында бына нимәләр иғтибарымды йәлеп итте.
Иҫке йорттарҙың күплегенән ҡаланың боронғо булыуын белергә мөмкин. Бында төрлө милләт вәкиле күпләп ғүмер итә. Бәләбәйҙә дүрт гимназия булғанын белеп ҡалдым да, танышыу маҡсатында, сиратлап һәр береһенә йөрөп сыҡтым. Сыуаш, татар һәм 1-cе (халыҡ телендә – рус) гимназиялары араһында башҡорт уҡыу йорто айырым урынды биләй. Уҡытыу сифаты йылдан-йыл күтәрелә, өлгәш яҡшы кимәлдә, сығарылыш уҡыусыларының күбеһе юғары уҡыу йортона инә. Бәләбәй районының мәғариф идаралығы биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, башҡорт гимназияһы ысын мәғәнәһендә күтәрелеш кисерә.
Бәләбәй башҡорт гимназияһы директоры, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Дилбәр Фәтхетдинованың һүҙҙәренә ҡарағанда, белем усағы республикабыҙҙың көнбайыш төбәге өсөн, бер ниндәй арттырыуһыҙ, рухи мәккә ролен үтәй. Һәр баланы ғилемле булырға әйҙәү, ҡыҙ һәм малайҙарға төплө белем биреү, бәләкәйҙән күркәм тәрбиәне күңеленә һеңдереү өсөн мөғәллимдәр ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй.
Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Альберт Сәхәбиевтең даими хәстәрлеге арҡаһында белем биреү сифаты йылдан-йыл арта. Бында Әлшәй, Миәкә, Бүздәк, Бишбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы райондарынан ҡыҙ һәм малайҙар күпләп уҡый, хатта Ырымбур өлкәһенән, Татарстан һәм Дағстан республикаларынан да килеп белем эстәйҙәр. Дөйөм алғанда, гимназияла бөтәһе 600-ҙән ашыу уҡыусы иҫәпләнә, шуның яртыһынан күбеһенә интернаттан йәшәү урыны бирелгән.
Әйткәндәй, ошо тарафтарға юлланған милләттәштәребеҙ данлыҡлы белем усағына һуғылмай ҡайтмай. “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт фестиваленә илебеҙҙең төрлө тарафтарынан арҙаҡлы шәхестәр саҡырыла. Билдәле профессор, күренекле яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың, бында кешеләрҙең ихласлығы һоҡландыра, бигерәк тә башҡорт гимназияһындағы уҡыусы балаларҙың тырышлығы һәр беребеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уята, тип ҡабатлағаны иҫемдә.
Күптән түгел беҙҙең дә юлыбыҙ был тарафтарға төштө. Ҡалаға килеп тә, гимназияға һуғылмау яҙыҡ булыр ине. Һәр ваҡыттағыса, уның ихата биләмәһе ыҡсым итеп йыйыштырылған. Эскә үтеү менән балаларҙың ҡайҙалыр ашығыуына иғтибар иттек. Баҡтиһәң, V класс уҡыусылары сираттағы байрамға әҙерләнә икән. Шулай итеп, беҙ ҙә тамаша залына ыңғайланыҡ. Класс етәксеһе уларҙың һәр береһенә тәғәйен кәңәштәрен еткерә, сәхнәлә үҙҙәрен батырыраҡ тоторға өндәй.
Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәрендә әҙме-күпме тулҡынланыу ҙа һиҙелгәндәй тойола. Ни тиһәң дә, улар бит тәүге тапҡыр педагогтар, ата-әсәләр һәм ҡунаҡтар алдында, ҡыҫҡаһы, ҙур сәхнәлә сығыш яһаясаҡ. Тигеҙ итеп бер рәткә теҙелеп, кемдер сығышын ҡабатлай, бәғзе береһе былай ҙа бөхтә кейемен рәтләй, сәсен тарай. Ыҫпай кейенгән малай һәм ҡыҙҙарҙың йөҙө ҡояштай балҡыуына ҡарап тороуы шул тиклем кинәнес. Шул яҡшы билдәле: балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүҙе, иңдәренә ҡанат ҡуйыуҙы күҙ уңында тотҡан сараларҙы бында йыш үткәрәләр.
– Ошо балалар бынан бер нисә йыл элек 1 сентябрҙә уҡырға килгәндә шул хәтлем ҡыйыуһыҙ ине, әле һәммәһе лә үтеп-сығып бара, дәрестә лә ҡатнашып ултыра, шартлатып яуап бирә, – ти Дилбәр Фәтхетдинова. – Киләсәк – йәштәр ҡулында, тиҙҙән улар араһынан дәүләт эшмәкәрҙәре, ил етәкселәре сыҡмаҫ тимә. Өмөтләнәбеҙ, ышанабыҙ. Эшмәкәрлегебеҙҙе тап шул йүнәлешкә көйләгәнбеҙ ҙә инде. Ватаныбыҙға лайыҡлы шәхес тәрбиәләү, ышаныслы алмаш әҙерләүҙе маҡсат иткәнбеҙ.
Репетициянан сыҡҡайныҡ, эргәлә генә сыр-сыу килешкән тауыш ишеттек. Спорт залында үҫмер егеттәр мини-футбол уйнай икән, унда ла һуғылырға ҡарар иттек.
Йәнә ниндәй ҙә булһа белем биреү учреждениеһында туҡталһаҡ, мотлаҡ китапханаға һәм музейға инеүҙе ғәҙәт иткәнбеҙ. Әле лә бай тарихлы музей һәм китапхана менән таныштыҡ. Унда республикабыҙҙың төп баҫмаһы – “Башҡортостан” гәзите менән бер рәттән башҡа журнал-гәзиттәр ҙә бар.
Бүтән ерҙәге һымаҡ, музей кабинетта түгел, ә икенсе ҡаттың коридорында бер мөйөштө биләй. Тыштан ҡарағанда ла эстә нимә барлығы асыҡ күренә – ул бик үҙенсәлекле итеп ҡоролған.
Бынан бер нисә йыл элек гимназияла йүнәлешле уҡытыу алымына күскәндәр. X кластарҙа теүәл фәндәр һәм гуманитар йүнәлеш буйынса өҫтәмә махсус дәрестәр үткәрелә. Был үҙен тулыһынса аҡлай. Сығарылыш класс уҡыусыларының барыһының да тиерлек юғары уҡыу йортона инеүе – шуға асыҡ миҫал. Ата-әсәләрҙең үтенесе буйынса XI класс балалары өсөн химия һәм биологиянан да өҫтәмә дәрестәр уҙғарыла башлаған.
Театр йылы уңайынан бихисап сара ойошторолған. Кисәләрҙең, тамашаларҙың, концерттарҙың һәммәһе лә балаларҙы һәр йәһәттән мәҙәнилеккә өндәй.
Гимназияла түңәрәктәр һәм спорт секциялары эшләй: “Аманат” (тыуған яҡ тарихын өйрәнәләр), “Йәш хәбәрсе” (ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн), “Мозаика” (бейеүселәрҙе йыйған), “Дарман” (ҡурайсылар өсөн), “Светофор” (юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса), “Ләйсән” (ҡул эштәре буйынса), шулай уҡ көрәш, саңғы, шахмат һәм башҡалар.
Белем биреү учреждениеһы “Ынйылар” тип аталған гәзит сығара, әлбиттә, йәш хәбәрселәрҙең үҙҙәренең ҡатнашлығында.
Бында беҙҙе күп һөйөнөстәр көткән. Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатының тотош коллективы “Башҡортостан” гәзитенә тағы ла дәррәү яҙылды. Беҙҙең менән ҡалғандары өсөн уларға ҙур рәхмәт!
– Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе – беҙҙең өсөн өҫтәл китабы. Йүнәлеш биреү йәһәтенән документ шул тиклем отошло. “Башҡортостан” гәзитен дә республикабыҙ һулышын тойҙорған, беҙҙе мәғлүмәт, хаҡ фекерҙәр, ижади байлыҡ менән тәьмин иткән рухи таянысыбыҙ тип һанайбыҙ, – тип тамамланы һүҙен директор.