Белем һәм тәрбиә
28 Января 2020, 14:30

Ҡайһы уҡытыусыларға– 50 мең һум?

Уҡыусыһы 100 балл йыйған уҡытыусының 50 мең һум аҡса алыуы ихтимал.

Уҡытыусыларға яңы дәртләндереү саралары уйлап таптылар. Уҡыусыһы 100 балл йыйған уҡытыусының 50 мең һум аҡса алыуы ихтимал. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбировтың указы проектында әйтелә.
Документ төбәктең Мәғариф министрлығының рәсми сайтында урынлаштырылған. Бер тапҡыр бирелеүсе түләүҙең дәүмәле уҡытыусы тарафынан әҙерләнгән балалар һанына ҡарамай. Бындай түләүҙе элек алған хәлдә лә, 100 балл йыйған уҡыусыһы булғанда уҡытыусының йәнә дәртләндереү сараһына хоҡуғы һаҡлана. Премияларға түләү өсөн аҡса республика бюджетынан алынасаҡ.
Фото Miass.u74.ru.
Читайте нас