Белем һәм тәрбиә
30 Января 2020, 13:20

Уҡытыусыларға ҡытлыҡ булырмы?

Башҡортостандың Мәғариф министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, 2020\21 - 2024\25 уҡыу йылдарында педагогик кадрҙарға ихтыяж 3794 кеше тәшкил итәсәк.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Мәғариф сәғәте” форматындағы тематик ултырыш үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар “Юғарыға ос!” белем биреү проектын тормошҡа ашырыуҙы, Икенсе мәктәп белем биреүе форумына һәм йәйге һауыҡтырыу кампанияларына әҙерлек, республика вуздарында маҡсатлы уҡытыу мәсьәләләрен ҡараны.
Башҡортостандың Мәғариф министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, 2020\21 - 2024\25 уҡыу йылдарында педагогик кадрҙарға ихтыяж 3794 кеше тәшкил итәсәк. Статистикаға ярашлы, иң ҙур ихтыяж Өфөлә буласаҡ – 1399 кеше. Республика буйынса ҡарағанда, мәҫәлән, Белорет районында – 119, Благовещен районында – 83, Хәйбулла районында 72 кеше етмәйәсәк.
Йүнәлештәргә килгәндә, 931 – башланғыс класс уҡытыусыһы, 810 – математика, инглиз теле – 686, рус теле һәм әҙәбиәте – 575, физика – 572, химия һәм биология – 341, информатика – 274, башҡа предметтар буйынса 132 уҡытыусы етмәйәсәк.
Мәғариф өлкәһенә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн кәңәшмәлә маҡсатлы уҡыуға килешеүҙәр төҙөү алгоритмдары ҡаралды. Билдәле булыуынса, әле үк йәш белгестәргә ярҙам итеүсе проекттар бар. Мәҫәлән, Башҡортостан Башлығы башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Ауыл уҡытыусыһы” проекты. Федераль кимәлдә лә ошоға оҡшаш “Ауыл уҡытыусыһы” тигән программа бар, уның сиктәрендә быйыл берәр миллион һумлыҡ 55 грант бүленәсәк. Айбулат Хажин белдереүенсә, бындай проекттар йәш белгестәргә ярҙам итеү, кадрҙар дефицитын бөтөрөү һәм урындарҙа йәштәрҙең тороп ҡалыуына булышлыҡ итә.
фото: Глава РБ.
Читайте нас